Яңылыҡтар
16 Март 2024, 04:05

Башҡорт кейемендә һайларға килгәндәр

Первомайский ауылында йәшәүсе Жайлаувтар ғаиләһе һайлауға милли кейемдә килеп, мөһим сәйәси кампанияға байрам кәйефе өҫтәгән

Башҡорт кейемендә һайларға килгәндәрБашҡорт кейемендә һайларға килгәндәр
Башҡорт кейемендә һайларға килгәндәр

3241-се Первомайский һайлау участкаһында йәмғеһе 181 кеше һайлау хоҡуғына эйә. Йәштәр ҙә, ололар ҙа әүҙем тауыш бирә. Участка рәйесе Дилә Ниғәмәтова хәбәр итеүенсә, һайлауҙың беренсе көнөндә үк 76 кеше гражданлыҡ бурысын үтәгән. Шулар иҫәбендә Жайлаувтар ғаиләһе лә бар. Наил һәм Ильвира балалары Алмаз һәм Диана менән һайлауға байрам кәйефе өҫтәп, бараһы ла милли кейемдә килгәндәр.  Афарин! Мәҙәниәтебеҙ ошондай күренештәр аша ла күтәрелеүе һоҡландырғыс!

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 15, 16 һәм 17 мартта Рәсәй Федерацияһы халҡы дәүләт башлығын һайлай. Был мәлдә һәр беребеҙ илебеҙҙең киләсәгенә йоғонто яһай ала. Барығыҙҙы ла һайлау участкаларына килергә һәм гражданлыҡ бурысығыҙҙы үтәргә саҡырабыҙ. Хәйбулла районында 60 һайлау участкаһы 15, 16 һәм 17 мартта урындағы ваҡыт буйынса иртәнге 8:00 сәғәттән 20:00 сәғәткә тиклем эшләйәсәк.  Әйткәндәй, районда йәмғеһе 21 меңдән ашыу кеше һайлау хоҡуғына эйә, шуларҙың 200 самаһы тәүге тапҡыр тауыш бирәсәк.

 
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас