Яңылыҡтар
16 Март 2024, 05:23

"Бөтә ғаилә менән киләсәкте һайлайбыҙ!"

Бәләкәй Арыҫланғол ауылынан күп балалы Мөхәмәдйәровтар Рәсәй Федерацияһы президентын һайлауға бөтә ғаиләһе менән килергә ҡарар иткән.

"Бөтә ғаилә менән киләсәкте һайлайбыҙ!""Бөтә ғаилә менән киләсәкте һайлайбыҙ!"
"Бөтә ғаилә менән киләсәкте һайлайбыҙ!"

3193-сө Бәләкәй Арыҫланғол һайлау участкаһында йәмғеһе 216 кеше һайлау хоҡуғына эйә, шул иҫәптән 8 кеше  өйҙә тауыш бирергә теләк белдергән. Йәштәр ҙә, ололар ҙа әүҙем тауыш бирә. Участка секретары Һәҙиә Байгилдина хәбәр итеүенсә, һайлауҙың беренсе көнөндә үк 63 кеше гражданлыҡ бурысын үтәгән. Шулар иҫәбендә Мөхәмәдйәровтарҙың ишле ғаиләһе лә бар. Илнур һәм Фәнилә балалары Фәнзил, Тимур, Әминә һәм иң бәләкәстәре - игеҙәк ҡыҙҙар Юлиә һәм Гөлиә менән бергә һайлауға килгәндәр. "Балалар беҙҙең киләсәгебеҙ. Бәләкәйҙән улар өсөн ысын өлгө күрһәтергә тырышабыҙ. Тыуған илебеҙгә, мәҙәниәтебеҙгә һәм йолаларыбыҙға һөйөү тәрбиәләү - беҙҙең төп бурыс",- ти улар.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 15, 16 һәм 17 мартта Рәсәй Федерацияһы халҡы дәүләт башлығын һайлай. Был мәлдә һәр беребеҙ илебеҙҙең киләсәгенә йоғонто яһай ала. Барығыҙҙы ла һайлау участкаларына килергә һәм гражданлыҡ бурысығыҙҙы үтәргә саҡырабыҙ. Хәйбулла районында 60 һайлау участкаһы 15, 16 һәм 17 мартта урындағы ваҡыт буйынса иртәнге 8:00 сәғәттән 20:00 сәғәткә тиклем эшләйәсәк.  Әйткәндәй, районда йәмғеһе 21 меңдән ашыу кеше һайлау хоҡуғына эйә, шуларҙың 200 самаһы тәүге тапҡыр тауыш бирәсәк.

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас