"Беҙ илебеҙ Президентын һайларға бөтә ғаиләбеҙ менән килдек. Һайлау беҙҙең бөтәбеҙҙең дә бурысыбыҙ, беҙҙең тауыштан илебеҙ киләсәге тора. Ҡыҙыбыҙ Әлиә беренсегә һайлауҙа ҡатнаша," тине Нәжиә Мәмбәтова.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 15, 16 һәм 17 мартта Рәсәй Федерацияһы халҡы дәүләт башлығын һайлай. Был мәлдә һәр беребеҙ илебеҙҙең киләсәгенә йоғонто яһай ала. Барығыҙҙы ла һайлау участкаларына килергә һәм гражданлыҡ бурысығыҙҙы үтәргә саҡырабыҙ. Хәйбулла районында 60 һайлау участкаһы 15, 16 һәм 17 мартта урындағы ваҡыт буйынса иртәнге 8:00 сәғәттән 20:00 сәғәткә тиклем эшләйәсәк. Әйткәндәй, районда йәмғеһе 21 меңдән ашыу кеше һайлау хоҡуғына эйә, шуларҙың 200 самаһы тәүге тапҡыр тауыш бирәсәк.