Яңылыҡтар
15 Март 2024, 08:21

Ишемғоловтар ғаиләһе гражданлыҡ бурысын үтәне

"Бөгөн беҙ Рәсәй президентын һәм балаларыбыҙҙың киләсәген һайлайбыҙ, шуға күрә һайлауға бөтә ғаилә менән барырға ҡарар иттек", - ти улар.

Ишемғоловтар ғаиләһе гражданлыҡ бурысын үтәнеИшемғоловтар ғаиләһе гражданлыҡ бурысын үтәне
Ишемғоловтар ғаиләһе гражданлыҡ бурысын үтәне

2-се Аҡъяр мәктәбендә урынлашҡан 3204-се һайлау участкаһынан халыҡ өҙөлмәй. Күптәр тотош ғаиләләре менән килә. Шулар иҫәбендә Мәғәз һәм Филүзә Ишемғоловтар бар, улар улдары Алмаз менән Илназ, ҡыҙҙары Камила менән бергәләп һайлауға килгәндәр. "Бөгөн беҙ Рәсәй президентын һәм балаларыбыҙҙың киләсәген һайлайбыҙ, шуға күрә һайлауға бөтә ғаилә менән барырға ҡарар иттек", - ти улар.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 15, 16 һәм 17 мартта Рәсәй Федерацияһы халҡы дәүләт башлығын һайлай. Был мәлдә һәр беребеҙ илебеҙҙең киләсәгенә йоғонто яһай ала. Барығыҙҙы ла һайлау участкаларына килергә һәм гражданлыҡ бурысығыҙҙы үтәргә саҡырабыҙ. Хәйбулла районында 60 һайлау участкаһы 15, 16 һәм 17 мартта урындағы ваҡыт буйынса иртәнге 8:00 сәғәттән 20:00 сәғәткә тиклем эшләйәсәк.  
Әйткәндәй, районда йәмғеһе 21 меңдән ашыу кеше һайлау хоҡуғына эйә, шуларҙың 200 самаһы тәүге тапҡыр тауыш бирәсәк. 

фото:Гөлсәсәк Ниғмәтуллина.

Ишемғоловтар ғаиләһе гражданлыҡ бурысын үтәне
Ишемғоловтар ғаиләһе гражданлыҡ бурысын үтәне
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас