Бөгөн теүәл 8:00 сәғәттә Аҡъяр ауылында район мәҙәниәт йортонда урынлашҡан 3203-сө һайлау участкаһы участка рәйесе Азамат Бохарбаев комиссия ағзаларына уңышлы эш көнө теләне. Һайлау комиссияһы ишеге асылыуҙың тәүге минуттарында уҡ бер нисә кеше гражданлыҡ бурысын үтәне. Беренселәр иҫәбендә һайлаусыларға иҫтәлекле бүләк тапшырылды.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 15, 16 һәм 17 мартта Рәсәй Федерацияһы халҡы дәүләт башлығын һайлай. Был мәлдә һәр беребеҙ илебеҙҙең киләсәгенә йоғонто яһай ала. Барығыҙҙы ла һайлау участкаларына килергә һәм гражданлыҡ бурысығыҙҙы үтәргә саҡырабыҙ.
Хәйбулла районында 60 һайлау участкаһы 15, 16 һәм 17 мартта урындағы ваҡыт буйынса иртәнге 8:00 сәғәттән 20:00 сәғәткә тиклем эшләйәсәк. 7 һайлау участкаһы видеокүҙәтеү камералары менән йыһазландырылған, улар тауыш биреүҙең асыҡлығын күҙәтергә ярҙам итә. Тағы ла 3 участкала Һайлау бюллетендәрен эшкәртеү комплексы (КОИБ) йәғни һайлаусыларҙың тауыштарын иҫәпләү өсөн электрон ҡоролма урынлашҡан.
Әйткәндәй, районда йәмғеһе 21 меңдән ашыу кеше һайлау хоҡуғына эйә, шуларҙың 200 самаһы тәүге тапҡыр тауыш бирәсәк.