Яңылыҡтар
15 Март 2024, 04:02

Байғусҡарҙа һайлаусыларҙы башҡорт милли кейемендә ҡаршы алалар

   

Байғусҡарҙа һайлаусыларҙы башҡорт милли кейемендә ҡаршы алаларБайғусҡарҙа һайлаусыларҙы башҡорт милли кейемендә ҡаршы алалар
Байғусҡарҙа һайлаусыларҙы башҡорт милли кейемендә ҡаршы алалар

Байғусҡар ауылы мәҙәниәт йортонда урынлашҡан 3234-се һайлау участкаһының комиссия ағзалары һайлаусыларҙы башҡорт милли кейемендә ҡаршы алып, йылдың иң мөһим сәйәси ваҡиғаһына байрам кәйефе өҫтәйҙәр. Участканың секретары Земфира Айҙашева әйтеүенсә, дөйөм алғанда Байғусҡар ауылында 305 һайлаусы иҫәпләнә, шуларҙың бишәүһе өйҙә тауыш бирергә теләк белдергән.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 15, 16 һәм 17 мартта Рәсәй Федерацияһы халҡы дәүләт башлығын һайлай. Был мәлдә һәр беребеҙ илебеҙҙең киләсәгенә йоғонто яһай ала. Барығыҙҙы ла һайлау участкаларына килергә һәм гражданлыҡ бурысығыҙҙы үтәргә саҡырабыҙ. Хәйбулла районында 60 һайлау участкаһы 15, 16 һәм 17 мартта урындағы ваҡыт буйынса иртәнге 8:00 сәғәттән 20:00 сәғәткә тиклем эшләйәсәк.  
Әйткәндәй, районда йәмғеһе 21 меңдән ашыу кеше һайлау хоҡуғына эйә, шуларҙың 200 самаһы тәүге тапҡыр тауыш бирәсәк.

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас