"Бәләкәй Арыҫланғол ауылында бөтәһе 216 һайлаусы иҫәпләнә. Һайлау участкаһы үҙ ишектәрен асҡас та халыҡ үҙ тауышын бирергә ағыла башлаған. Халыҡ күңелле, байрамса матур кәйефтә. Күптәр ғаиләләләре менән бергәләп килә - Рәшит һәм Гөлнара Каримовтар, Баныу һәм Рәфҡәт Мөхәмәтовтар, Райхана һәм Ғәни Суриндар. Гражданлыҡ бурыстарын үтәгәс тә ҡайтырға ашыҡмай ауыл халҡы, ир-егеттәр мәҙәниәт усағында бильярд уйнай", - тип хәбәр итә вәзәмдәр.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 15, 16 һәм 17 мартта Рәсәй Федерацияһы халҡы дәүләт башлығын һайлай. Был мәлдә һәр беребеҙ илебеҙҙең киләсәгенә йоғонто яһай ала. Барығыҙҙы ла һайлау участкаларына килергә һәм гражданлыҡ бурысығыҙҙы үтәргә саҡырабыҙ. Хәйбулла районында 60 һайлау участкаһы 15, 16 һәм 17 мартта урындағы ваҡыт буйынса иртәнге 8:00 сәғәттән 20:00 сәғәткә тиклем эшләйәсәк. Әйткәндәй, районда йәмғеһе 21 меңдән ашыу кеше һайлау хоҡуғына эйә, шуларҙың 200 самаһы тәүге тапҡыр тауыш бирәсәк.