3239-сы Әлибай һайлау участкаһында йәмғеһе 175 кеше һайлау хоҡуғына эйә. Йәштәр ҙә, ололар ҙа әүҙем тауыш бирә. Мәҫәлән, Рәсүл һәм Һылыубикә Сирбаевтар үҙенең улы Рәдис һәм килене Илһөйәр, ейәндәре Рамаҙан һәм Илмир менән бергәләп һайлауға килгәндәр.“Балаларыбыҙҙың бәхетле, имен киләсәге өсөн тауыш бирергә бергәләп килдек”, - ти Сирбаевтар.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 15, 16 һәм 17 мартта Рәсәй Федерацияһы халҡы дәүләт башлығын һайлай. Был мәлдә һәр беребеҙ илебеҙҙең киләсәгенә йоғонто яһай ала. Барығыҙҙы ла һайлау участкаларына килергә һәм гражданлыҡ бурысығыҙҙы үтәргә саҡырабыҙ. Хәйбулла районында 60 һайлау участкаһы 15, 16 һәм 17 мартта урындағы ваҡыт буйынса иртәнге 8:00 сәғәттән 20:00 сәғәткә тиклем эшләйәсәк. Әйткәндәй, районда йәмғеһе 21 меңдән ашыу кеше һайлау хоҡуғына эйә, шуларҙың 200 самаһы тәүге тапҡыр тауыш бирәсәк.