Бөгөн бөтә Рәсәй буйынса һайлау участкалары асылды, унда иртәнән үк граждандар үҙ ихтыярын белдереү һәм илдең президентын һайлау өсөн килә башланы. Беренсе һайлаусылар иҫәбендә - «Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты» акционерҙар йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре.
Предприятиеның генераль директоры Рөстәм Аблаев йола буйынса һайлауға ғаиләһе менән килгән.
- Һайлауҙа ҡатнашыу бик мөһим, сөнки һәр тауыш мөһим һәм илдең киләсәгенә йоғонто яһай ала. Ошо өс көн эсендә беҙгә дәүләт менән һөҙөмтәле идара итә алған лидерҙы һайларға тура киләсәк, – ти Рөстәм Борғанитдин улы һәм бөтәһен дә әүҙем гражданлыҡ позицияһын күрһәтергә һәм тауыш биреүҙә ҡатнашырға саҡырҙы.
Бүребай тау-байыҡтырыу предприятиеһы хеҙмәткәрҙәре тәүгеләрҙән булып тауыш бирә алһын өсөн предприятиела эш графигын үҙгәрткәндәр: эш көнө башланыуын бер сәғәткә һуңыраҡ күсергәндәр.
Комбинат хеҙмәткәрҙәренең ил президентын һайлауҙа әүҙем ҡатнашыуы беҙҙең район халҡы өсөн гражданлыҡ яуаплылығының һәм дәүләттең сәйәси тормошонда әүҙем ҡатнашыуҙың сағыу миҫалы булыр тип ышанабыҙ.