Һайлауға һәр кем үҙенсә әҙерләнеп бара. Мәҫәлән, Аҡъяр ауылында йәшәгән Аптиковтар һайлауға бөтә ғаиләһе менән килгән.
Илнур һәм Илнара әйтеүенсә, улар бәләкәйҙән балаларҙа әүҙем гражданлыҡ позицияһын тәрбиәләй. Һайлауға бөтә ғаилә менән беренсе тапҡыр киләләр: ата-әсәләр тауыш биреүҙең нисек үтеүен күрһәтергә ҡарар итә. "Беҙҙең ғаиләлә тауыш биреүҙең нимә икәнен беләләр, сөнки бөтә ҡарарҙарҙы бергәләп ҡабул итәбеҙ, - тип һөйләне Илнара Аптикова. - Балаларыбыҙҙы социаль яҡтан әүҙем үҫтерергә тырышабыҙ, уларға һайлауҙарҙың мөһимлеге хаҡында һөйләйбеҙ”.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 15, 16 һәм 17 мартта Рәсәй Федерацияһы халҡы дәүләт башлығын һайлай. Был мәлдә һәр беребеҙ илебеҙҙең киләсәгенә йоғонто яһай ала. Барығыҙҙы ла һайлау участкаларына килергә һәм гражданлыҡ бурысығыҙҙы үтәргә саҡырабыҙ. Хәйбулла районында 60 һайлау участкаһы 15, 16 һәм 17 мартта урындағы ваҡыт буйынса иртәнге 8:00 сәғәттән 20:00 сәғәткә тиклем эшләйәсәк.
Әйткәндәй, районда йәмғеһе 21 меңдән ашыу кеше һайлау хоҡуғына эйә, шуларҙың 200 самаһы тәүге тапҡыр тауыш бирәсәк.