Яңылыҡтар
15 Март 2024, 07:44

2-се Аҡъяр мәктәбендә урынлашҡан 3204-се һайлау участкаһынан халыҡ өҙөлмәй

    

2-се Аҡъяр мәктәбендә урынлашҡан 3204-се һайлау участкаһынан халыҡ өҙөлмәй2-се Аҡъяр мәктәбендә урынлашҡан 3204-се һайлау участкаһынан халыҡ өҙөлмәй
2-се Аҡъяр мәктәбендә урынлашҡан 3204-се һайлау участкаһынан халыҡ өҙөлмәй

2-се Аҡъяр мәктәбендә урынлашҡан 3204-се һайлау участкаһынан халыҡ өҙөлмәй. Участка рәйесе Илшат Ҡаҙаҡҡолов билдәләүенсә, йылдағыса бында һайлаусылар әүҙем тауыш бирә. "Участкала ике һайлау бюллетендәрен эшкәртеү комплексы (КОИБ) йәғни һайлаусыларҙың тауыштарын иҫәпләү өсөн электрон ҡоролма урынлашҡан һәм бина видеокүҙәтеү камералары менән йыһазландырылған. Тәүгеләрҙән булып, Владик менән Нәйлә Вәлиевтар гражданлыҡ бурысын үтәне. Дөйөм алғанда, беҙҙең һайлау участкаһында 1152 һайлаусы иҫәпләнә, шуларҙың 24-е тәүге тапҡыр тауыш бирә аласаҡ - уларға һәм 70 йәштән өлкәнерәк һайлаусыларға иҫтәлекле бүләк тапшырыла. Иң өлкән һайлаусы - 96 йәшлек тыл ветераны Гөлъямал Түләшева өйҙә тауыш бирергә теләк белдерҙе. Участкала сәй эсеү ойошторолған, мәктәп янында балалар һәм уларҙың ата-әсәләре өсөн Масленица байрамы, шулай уҡ тамашалар залында концерт ойошторола" - тине Илшат Рафиҡ улы.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 15, 16 һәм 17 мартта Рәсәй Федерацияһы халҡы дәүләт башлығын һайлай. Был мәлдә һәр беребеҙ илебеҙҙең киләсәгенә йоғонто яһай ала. Барығыҙҙы ла һайлау участкаларына килергә һәм гражданлыҡ бурысығыҙҙы үтәргә саҡырабыҙ. Хәйбулла районында 60 һайлау участкаһы 15, 16 һәм 17 мартта урындағы ваҡыт буйынса иртәнге 8:00 сәғәттән 20:00 сәғәткә тиклем эшләйәсәк.  
Әйткәндәй, районда йәмғеһе 21 меңдән ашыу кеше һайлау хоҡуғына эйә, шуларҙың 200 самаһы тәүге тапҡыр тауыш бирәсәк. 

2-се Аҡъяр мәктәбендә урынлашҡан 3204-се һайлау участкаһынан халыҡ өҙөлмәй
2-се Аҡъяр мәктәбендә урынлашҡан 3204-се һайлау участкаһынан халыҡ өҙөлмәй
2-се Аҡъяр мәктәбендә урынлашҡан 3204-се һайлау участкаһынан халыҡ өҙөлмәй
2-се Аҡъяр мәктәбендә урынлашҡан 3204-се һайлау участкаһынан халыҡ өҙөлмәй
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас