Яңылыҡтар
11 Март 2024, 13:50

Ялға ҡайтҡан яугир ғаилә ҡорған

  

Ялға ҡайтҡан яугир ғаилә ҡорғанЯлға ҡайтҡан яугир ғаилә ҡорған
Ялға ҡайтҡан яугир ғаилә ҡорған

Бәләбәй ЗАГС-ында «Бурый» позывнойлы махсус хәрби операция яугире һәм уның һөйгән ҡыҙы өйләнешкән. Был хаҡта район хакимиәте башлығы Азат Сәхәбиев социаль селтәрҙә яҙған.

Яҡташыбыҙ – взвод командиры, кадр офицеры, Ҡазан хәрби танк училищеһын тамамлаған, ә ҡатыны сығышы менән Аксаков ауылынан.

«Тыйнаҡ, ябай егеттәр, тап шундай кешеләр илебеҙҙең яҙмышын билдәләй. Улар – ҡыйыулыҡ, ҡаһарманлыҡ һәм илһөйәрлек өлгөһө. Йәштәр үҙ тормошондағы ҡыуаныслы ваҡиғаны туғандары һәм яҡындары менән билдәләне. Тиҙҙән ҡыҫҡа ваҡытлы отпуск тамамлана һәм яҡташыбыҙ йәнә алғы һыҙыҡҡа юллана. Мөхәббәтегеҙҙе, бер-берегеҙҙе һаҡлағыҙ, ҡорған ғаиләгеҙ ныҡлы булһын!» - тип яҙған район етәксеһе.

 

Фото:Азат Сәхәбиев, Вк
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас