Яңылыҡтар
11 Март 2024, 06:17

Республикала электр слесары комбинатта ҡулына ауыр йәрәхәт алған

-

Республикала электр слесары комбинатта ҡулына ауыр йәрәхәт алғанРеспубликала электр слесары комбинатта ҡулына ауыр йәрәхәт алған
Республикала электр слесары комбинатта ҡулына ауыр йәрәхәт алған

Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы Ростехнадзор менән берлектә Башҡортостанда «Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты» Акционерҙар йәмғиәтенең 40 йәшлек хеҙмәткәре зыян күргән бәхетһеҙ осраҡты тикшерә башланы. Ведомствоның матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, 6 мартта ремонт эштәре барышында комбинаттың сәнәғәт зонаһы территорияһында пресс-фильтр фланцы өҙөлә, был электр слесарына ауыр йәрәхәт килтерә.

Тикшереү барышында ваҡиғаның сәбәптәре асыҡланасаҡ, тип билдәләнеләр төбәк дәүләт хеҙмәт инспекцияһында.

Бынан алда «Башинформ» башҡортостандағы заводта төркөмләп бәхетһеҙ осраҡ булыуы хаҡында хәбәр иткәйне.

Автор:
Читайте нас