Яңылыҡтар
11 Март 2024, 05:43

Волейбол уйнай ҡыҙҙар

Аҡъяр ауылының Балалар һәм үҫмерҙәр мәктәбенең спорт залында ҡатын-ҡыҙҙар командалары араһында волейбол буйынса турнир үтте. Спорт сараһы халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналды.

Волейбол уйнай ҡыҙҙарВолейбол уйнай ҡыҙҙар
Волейбол уйнай ҡыҙҙар

Аҡъяр ауылының Балалар һәм үҫмерҙәр мәктәбенең спорт залында ҡатын-ҡыҙҙар командалары араһында волейбол буйынса турнир үтте. Спорт сараһы халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналды.

 Турнир башланыр алдынан  спортсыларҙы район хакимиәтенең социаль, йәштәр сәйәсәте һәм спорт бүлеге начальнигы Рөстәм Йәрмөхәмәтов сәләмләп, гүзәл заттарҙы байрам менән ҡотланы һәм бөтә ҡатнашыусыларға уңыштар теләне. Судьялар - тренер-уҡытыусылар Нуриз Бохарбаев һәм Тәлғәт Шуҡбаров турнирҙы үткәреү регламентын менән таныштырҙы.

Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналған ярыштарҙа биш команда-Аҡъяр һәм Өфө ауылдары командалары, район мәҙәниәт идаралығы, "Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты" һәм "Башҡорт баҡыры" предприятиелары командалары ҡатнашты.

Бер уйында ла еңеүсене алдан күҙаллап булманы, сөнки волейболсылар күрһәткән кимәл шул тиклем юғары булды. Командаларҙың ярышҡа етди әҙерләнеп килеүе күренеп торҙо.

Сәмле турнирҙың йомғаҡтары буйынса урындар түбәндәгесә бүленде:

1 – се урын  "Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты"

2 – се урын Аҡъяр ауылы йыйылма командаһы

3 – сө урын Өфө ауылы йыйылма командаһы.

Барлыҡ ҡатнашыусылырҙы ҡотлайбыҙ һәм яңынан яңы еңеүҙәрен теләйбеҙ.

Волейбол уйнай ҡыҙҙар
Волейбол уйнай ҡыҙҙар
Волейбол уйнай ҡыҙҙар
Волейбол уйнай ҡыҙҙар
Автор:Ильнара Аптикова
Читайте нас