Әгәр аэропортта багаж таҫмаһында сумаҙанығыҙҙы тапмаһағыҙ, шунда уҡ эҙләү хеҙмәтенә мөрәжәғәт итегеҙ. Багажды нисек юллап алырға – «Роспотребнадзор»ҙың Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы белгестәре аңлата.
Эҙләү хеҙмәтендә һеҙҙән ғариза яҙыуығыҙҙы һораясаҡтар, унда:
- багаж квитанцияһы һанын;
- рейс һанын;
- ҡайһы илдән осоуығыҙҙы;
- телефон һандарын;
- йәшәгән йәки ваҡытлыса булған адресығыҙҙы күрһәтергә кәрәк булыр.
Сумаҙанды ни тиклем ентеклерәк һүрәтләһәгеҙ, шул тиклем уны эҙләү еңелерәк буласаҡ, тимәк, һеҙ багажығыҙҙы тиҙерәк аласаҡһығыҙ.
Компания вәкиле һеҙ осҡан аэропортҡа һәм сумаҙанығыҙҙы яңғылыш ебәреү ихтималлығы булған авиагавандәргә мөрәжәғәт ебәрә.
Багаж табылғас, авиакомпания уны аэропортҡа йәки ғаризала күрһәтелгән адресҡа бушлай алып килә.
Шулай уҡ уҡығыҙ:
▫Ҡайтарылмай торған билетты нисек кире тапшырырға?
▫Балалар менән осҡанда авиарейс үҙенсәлектәре
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан