Юлбарыҫ ауыл китапханаһының ишеге ябылмай.
Күптәр гәзит-журналдар уҡырға ярата. Мәҫәлән, педагогия хеҙмәте ветераны Рәйлә Ҡасим ҡыҙы Байғужина оҙаҡ йылдар дауамында иң әүҙем китап һөйөүселәрҙең береһе. Ул шиғриәт ярата, үҙе лә тасуири һөйләй, китапхана хеҙмәткәрҙәре ойошторған сараларҙа ҡатнаша.
Ә бына Мәрйәм Хәмитйән ҡыҙы Хазыеваның уҡыу даирәһе күп яҡлы. Ул китапты ысын дуҫ ти. Кәйефенә һәм күңел торошона ҡарап,төрлө кәңәштәр яҙылған журналдарҙы, повесть-романдарҙы уҡырға ярата.