Яңылыҡтар
6 Март 2024, 04:09

Башҡортостанда «Хәүефһеҙ сифатлы юлдар» милли проекты буйынса 149 саҡрым юл һәм 8 күпер ремонтланасаҡ

-

Башҡортостанда «Хәүефһеҙ сифатлы юлдар» милли проекты буйынса 149 саҡрым юл һәм 8 күпер ремонтланасаҡБашҡортостанда «Хәүефһеҙ сифатлы юлдар» милли проекты буйынса 149 саҡрым юл һәм 8 күпер ремонтланасаҡ
Башҡортостанда «Хәүефһеҙ сифатлы юлдар» милли проекты буйынса 149 саҡрым юл һәм 8 күпер ремонтланасаҡ

2023 йылда Башҡортостанда «Хәүефһеҙ сифатлы юлдар» милли проекты сиктәрендә 161 саҡрым юл ремонтланған.

Өфө һәм Стәрлетамаҡ агломерацияларында, шулай уҡ терәк селтәренә ингән объекттарҙа юл участкалары норматив хәлгә килтерелде. Подряд ойошмалары юл япмаһын яңырта, юл ситтәрен нығыта, горизонталь юл билдәләре ҡуя.

Юлсылар туристик объекттарға алып барған трассаларҙа урынлашҡан юл участкаларын ремонтлауға айырыуса иғтибар бүлә. 2023 йылда БКД сиктәрендә өфө – Инйәр – Белорет юлының 24 саҡрымы, Благовещен – Павловка трассаһының 6 саҡрымы, Өфө – Бөрө – Яңауыл йүнәлеше буйынса 23 саҡрымдан ашыуы норматив хәлгә килтерелде. Был эш 2024 йылда ла дауам итәсәк.

2023 йылда БКД милли проекты буйынса Бәләбәй, Ғафури, Иглин, Белорет, Ҡырмыҫҡалы, Ҡариҙел һәм Күгәрсен райондарында Өҫән, Ағиҙел, Эҫем, Камайылға, Үҙән, Суходол, Иртүбәк йылғалары аша Дөйөм оҙонлоғо 851 метрлыҡ ете күпер норматив хәлгә килтерелде.

Шулай уҡ дөйөм оҙонлоғо 56 км ашыу булған капитал талап иткән объекттар төҙөү буйынса эштәр алып барыла.Был – Ҡариҙел ауылын урап үткән Бөрө – Таҙтүбә-Һатҡы автомобиль юлын реконструкциялау, Өфөлә Көнсығыш сығыу юлын төҙөү, Эшсе Хәбәрселәр урамын реконструкциялау һәм Баш ҡаланың Киров районында Высотная, Академик Ураҡсин урамдарын төҙөү.

Бөтә эштәрҙе тамамлау һәм был объекттарҙы файҙаланыуға тапшырыу 2024 йылда планлаштырыла.

Ағымдағы йылда «Хәүефһеҙ сифатлы юлдар» милли проекты  сиктәрендә 148,5 саҡрымдан кәм булмаған юлдарҙы ремонтлау һәм дөйөм оҙонлоғо 566 погон метрлыҡ 8 күперҙе норматив хәлгә килтереү планлаштырыла. Бынан алда Башинформ ағымдағы төҙөлөш миҙгеленә пландар тураһында хәбәр иткәйне.

Автор:
Читайте нас