Аҡъяр һыуһаҡлағысында ҡышҡы балыҡ тотоу фестивале бөтә балыҡ тотоу һөйөүселәре өсөн ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс сара булды. Ҡатнашыусылар балыҡ тотоу оҫталығын һынап ҡына ҡалмай, ә саф һауанан ләззәт алды һәм ғаиләһе, дуҫтары менән матур, файҙалы ял итте. Хәйбуллаларҙан тыш, был юлы Ырымбур өлкәһе, Баймаҡ, Бөрйән һәм Йылайыр райондары балыҡсылары үҙҙәрен һынап ҡарарға ҡарар итте. Фестивалдә иң йәш ҡатнашыусы - дүрт йәшлек Надира Турушева, иң олоһо Владимир Карбанов (84 йәш) булды.
Ике сәғәт дауамында балыҡсылар төрлө категорияларҙа ярышты. Иң ҙур балыҡ, иң бәләкәй балыҡ тотоу, шулай уҡ тотолған балыҡ һаны һәм башҡа номинациялар буйынса ярыштар үткәрелде. Һәр ҡатнашыусыға үҙенең оҫталығын күрһәтеү һәм уларҙың ҡайһыһы иң бәхетле балыҡсы икәнен күрһәтеү мөмкинлеге бирелә.
Фестивалде ойоштороусылар шулай уҡ бөтә ҡунаҡтар өсөн күңел асыу программаһы әҙерләгән, «Тиҙ быраулаусы», «Балыҡсының ҡышҡы йүгереүе», «Балыҡ тотоу һәм йырлау» конкурстары үткәрелде, унда һәр кем үҙенең аҡыллылығын, оҫталығын күрһәтә алды. Тиҙлекккә быраулау буйынса конкурста Тимур Абдрахманов 1-се урынды яулай, ә Фуат Сәйетбатталов 57 ҡатнашыусы араһында иң ҙур балыҡты тотто. Иң яҡшы балыҡсылар ҡиммәтле бүләктәр һәм грамоталар менән бүләкләнде.