Яңылыҡтар
29 Февраль 2024, 11:16

Тырыш булһаң, ырыҫ килә

.

Тырыш булһаң, ырыҫ киләТырыш булһаң, ырыҫ килә
Тырыш булһаң, ырыҫ килә

Һәр бер ауыл тормоштоң ҡәҙерен белеп, тырышлыҡтары менән ауылдаштарына өлгө булып торған ғаиләләре менән йәмле.

Миңзәлә һәм Хәмит Мөхәмәтовтар–Әбеш ауылынан биш балаға ғүмер биргән, уңған, татыу, матур ғаиләләрҙең береһе. Улар үҙ тырышлыҡтары менән етеш донъя ҡороп, тәрбиәле балалар үҫтереп, хеҙмәттәренән тәм табып йәшәй.
Ғаилә башлығы Әбеш ауылында тыуып үҫеп, мәктәпте тамамлағас, “Һаҡмар” колхозында тракторсы булып эш башлай, ер ҙә һөрә, йәйгеһен бесән дә саба. Баймаҡ ауыл хужалығы техникумында йыл ярым уҡығас, әрме сафына алына. Читала танк хәрби часында өлкән механик булып ике йыл хеҙмәт итеп ҡайтҡас, техникумды ҡыҙыл дипломға тамамлай. Тыуған ауылында йәш егеткә “Беларусь” тракторы бирәләр, уны ремонтлағас, яҙғы сәсеүҙә ҡатнаша.
–Танкист булып хеҙмәт иткәс, СТО техникаһына ултырттылар. Бер ни тиклем ваҡыт эшләгәс, Сибайҙа уҡыуымды дауам иттем,–тине Хәмит Рамаҙан улы. Ҡулына диплом алған йәш белгесте “Үрнәк” бригадаһына бригадир итеп ҡуялар. Артабан ферма мөдире булып күп йылдар эшләй. Башҡортостан ауыл хужалығы институтына ситтән тороп уҡырға инә. Колхоз тарҡалғас, 2001 йылда үҙҙәренең шәхси эшҡыуарлыҡ эшен – аҙыҡ-түлек магазинын асалар.
Сығышы менән Йылайыр районы Һынташ ауылы ҡыҙы Миңзәлә Миңлеғәле ҡыҙы мәктәпте Маҡан ауылында тамамлай, сөнки аҙаҡ ҡартатаһы һәм ҡартәсәһе ҡулында тәрбиәләнә. Артабан Баймаҡ ауыл хужалығы техникумында уҡып, зоотехник һөнәренә ала. Шул уҡыған йылдарҙа буласаҡ тормош иптәше Хәмит Мөхәмәтовты осрата. 19 йәшендә Әбеш ауылына килен булып төшә. Хаҡлы ялға сыҡҡансы, колхозда һауынсы булып эшләй.
Мөхәмәтовтарҙың мөхәббәт емештәре булып биш балалары донъяға килә. Бөгөнгө көндә уларҙың бөтәһе лә уҡып, эшләп, үҙ ғаиләләре менән гөрләтеп донъя көтәләр. Өлкән ҡыҙҙары Эльвира Юнысова Һаҡмар-Наҙарғолда йәшәй, клуб мөдире, райондың билдәре ҡорот эшләү оҫтаһы, тормош иптәше менән ике балаға ғүмер биргәндәр. Нурсилә Ибраһимова Әбеш мәктәбендә математика уҡытыусыһы, оҙаҡ йылдар директор урынбаҫары булып эшләй, дүрт ул үҫтерә. Өлкән улдары Амур Аҡъярҙа йәшәй, вахта ысулы менән йөрөп эшләй, 3 бала үҫтерәләр.Уртансы улдары Радик Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәй, вахта менән эшләй, бер малай һәм бер ҡыҙ үҫтерәләр. Улдары Хәлит Норильск ҡалаһында үҙ ғаиләһе менән йәшәй, шахтала эшләй. 11 ейән-ейәнсәрҙәрен яратып, һөйөп йәшәйҙәр улар.
“Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ” тиҙәр, магазинды япҡас, Хәмит Рамаҙан улы Орск ҡалаһынан механик заводынан йөн тетеү станогын һатып ала. “Быйма баҫырға өйрәндем, йөндө халыҡтан алдыҡ, элек кеше кәзә малын күп тотто. Шәл бәйләргә тип, кәзә дебетен тетеп бирә торған инек. Ул ваҡытта һораусылар күп булды. Быйма – ҡышын олоһона ла, кесеһенә лә алыштырғыһыҙ аяҡ кейеме бит ул. Беҙҙең быймалар йомшаҡ булды”, – тине ғаилә башлығы, уның һүҙен дауам итеп: “Яҙғы йөндө алам, тоҙ һалып, көлдөң төнәтмәһен һалып сәғәт ярым ҡайнатам, саям, киптерәм. Йөн теткес станоктан үткәс, юрған эшләп, һата инем. Һаман да һораған кешеләр бар, әммә хәҙер был эш менән шөғөлләнмәйбеҙ”, –тине Миңзәлә Миңлеғәле ҡыҙы.
Мөхәмәтовтар 10 йыл эшләгәс, ҡулға көс төшә башлағас, сәләмәтлек буйынса йөн теткес станокты һатып ебәрәләр. Ләкин ҡул ҡаушырып ултырмайҙар, 2009 йылда пилорама цехы асалар.

–Шулай бер көндө Орск ҡалаһында булғанда белдереүҙәр гәзитен һатып алдым. Пилорама һатам тигән кешегә шылтыратып, станокты алып та ҡайттым һәм бөгөнгө көнгә тиклем шөғөлләнәм, ГАЗ-53 машинаһы менән заказдар ташыйым. Улдарымды ла ағас эшенә өйрәттем, бала саҡтан үҙем менән ҡуша алып йөрөнөм. Хәҙер улдарым мунсанан башлап, бөтә нимәне үҙҙәре эшләй.
Хәҙер йәштәргә лә әйтер инем, үҙ эштәрен асһындар, дәүләт ярҙамы бирәләр, төрлө программалар, субсидиялар бар. Элек беҙ кредит алып, эш башланыҡ, – тине ғаилә башлығы. 

Хатта ҡатыны шиғыр ҙа сығарған:
Пилорамдың хужаһы
Хәмит тигән уҙаман.
Ауылымды матурлай
Бысҡан таҡтаһы менән.
1989 йылда ҙур йорт һалып инәләр. Бөгөнгө көндә өйҙә бөтә уңайлыҡтар бар, һыуы үткән, бәҙрәф, ванна бүлмәһе лә бар. Бер уңғанға – бер уңған, тигәндәй, Миңзәлә Миңлеғәле ҡыҙы ла тырыш, хәстәрлекле, булдыҡлы хужабикә, ҡул эштәренә, аш-һыуға оҫта. Һыйырҙың ағын эшкәртә, ҡорот, май, ҡаймаҡ, эремсек эшләй. –Хәмитем менән 47 йыл бергә татыу йәшәйбеҙ, Аллаға шөкөр. Ул шул хәтлем егәрле, ҡулынан килмәгән эше юҡ, бөтә эштәрҙе еренә еткереп башҡара. Ипле, бер ҡасан да уның тауыш күтәргәне булманы. Тормош иптәшемдән уңдым. Бөтә нимәне лә уртаға һалып һөйләшәбеҙ, кәңәшләшәбеҙ һәм эшләйбеҙ, шулайтҡанда тормош та алға бара. Атаһына мин ниндәй мөнәсәбәттәмен, ҡыҙҙарым да ирҙәрен хөрмәт итә, ир итә. Хәмит малайҙарҙы эшкә ҡуша алып йөрөнө, урманға ла алып барҙы, мунса ла буранылар. Бишенсе кластан ҡул менән бесән сабырға йөрөнөләр. Бөгөн бар эштең дә рәтен беләләр. Үҙебеҙҙең хәләл көсөбөҙ менән донъя ҡорҙоҡ. Мал аҫрайбыҙ, өс баш һыйырыбыҙ, башмаҡтар бар. Ҡош-ҡортто күпләп алабыҙ. Матур итеп баҡса үҫтерәбеҙ. Үҙебеҙҙән артып ҡалған йәшелсә-емеште кешегә бушлай бирәбеҙ. Гектарлап картуф сәсәбеҙ, баҙарға сығарып һатабыҙ. Кәбеҫтә үҫтерәбеҙ, уны тоҙлайбыҙ, йыл әйләнәһенә етә. Матур-матур сәскәләр үҫтерәм, гөлдәр ултыртам, баҡса беҙгә кинәнес кенә килтерә. Әбеш ауылы ныҡ оҡшаны, ошонда килен булып төштөм, шунда таш булып баттым тиһәм дә яңылыш булмаҫ. Бер ҡайҙа барһам, Әбешемде һағынып ҡайтам, –ти ул.
Мөхәмәтовтар клубта үткән бөтә сараларҙа әүҙем ҡатнашалар. Береһе "Ағинәйҙәр" ойошмаһы, икенсеһе "Аҡһаҡалдар ҡоро" ағзаһы. Етмәһә, Хәмит Рамаҙан улы оҫта гармунсы.
–“Айыҡ ауыл” конкурсы иғлан иткәстәр, бик ҡыуандыҡ, һәр сарала теләп ҡатнашабыҙ. Ошо йәшкә ҡарап тормай, саңғыла ла, скандинав таяҡтары менән дә йөрөйбөҙ. Өйҙә тик ултырмайбыҙ. Үҙем дин юлында. Биш намаҙымды ла уҡыйым, – тине хужабикә.
Ишек алдында бесән әҙерләрҙә, утын ташыуҙа һәм башҡа эштәрҙә ярҙамсы булған ЮМЗ тракторы, еңел машина бар. Йорттары эстән дә, тыштан да матур итеп көпләнгән, йыһазландырылған.
–Балаларыбыҙҙың уңыштарын күреп йәшәү – оло бәхет, тырышып эшләүҙәре, ейәндәргә лайыҡлы тәрбиә биреүҙәре ҡыуаныслы. Үҙем яңғыҙ үҫкәс, балаларым күмәк булһын ине тип теләнем. Хәҙер уларҙың ейән-ейәнсәрҙәр менән бергә күмәкләп ҡайтыуҙарын көтөп алабыҙ,– ти Хәмит Рамаҙан улы.
Эйе, үҙ көстәренә таянып йәшәгән ғаиләнең тормоштарының муллығы – тырыш хеҙмәттәренең һөҙөмтәһе. Егәрле ғаиләгә киләсәктә лә һаулыҡта, муллыҡта, балалар шатлығына күмелеп йәшәргә яҙһын.
Гүзәл Бохарбаева.

Автор:Гузель Бухарбаева
Читайте нас