Матур, өлгөлө ғаиләләр –илебеҙҙең ҡото. Ҡыуанысҡа күрә, Хәйбулла районының күркәм бер биҙәге булырҙай уңған, тормош йәмен белеп йәшәгән ғаиләләр байтаҡ. Һүҙем шундайҙарҙың береһе–Әбеш ауылынан Ҡыҙрасовтар ғаиләһе тураһында.
Йыһангир һәм Гүзәл Ҡыҙрасовтар үҙҙәренең шәхси миҫалында тырышлыҡ, егәрле булғанда ғына матур тормош ҡороп йәшәп була икәнен иҫбатлаусылар. Ир хәстәрлеклеге, ғаиләгә терәк булыуы менән өлгө булып торһа, урмандарға бай Йылайыр районынан килен булып төшкән ҡатын–йорттарына йәм һәм йән биреүсе, иренең терәге.
Ғаилә башлығы Әбеш ауылында донъяға килеп, мәктәпте тамамлап, Аҡъярҙа водитель һөнәренә уҡығас, урман хужалығында, колхозда эшләп ала. Артабан әрме хеҙмәтенә алына. Германияла танкист булып хеҙмәт итә. Тыуған яғына ҡайтҡас, урман хужалығында эшен дауам итә. “Урманын да ҡырҡтыҡ, үҙебеҙ рәшәткәһен дә быстыҡ”, – ти ул. Ә бөгөн Әбеш ауыл биләмәһе хакимиәтенең водителе булып 11 йыл уңышлы эшләй.
Һабыр ауылы ҡыҙы Гүзәл мәктәпте бөткәс, Йылайыр училищеһында бухгалтер буйынса һөнәренә уҡый. Һуңынан совхозда хеҙмәт юлын башлай. Әбеш ауылына килен булып төшкәс, “Һаҡмар” колхозында ла үҙ һөнәренә тоғро ҡала. Бөгөнгө көндә Әбеш мәктәбендә йыйыштырыусы булып эшләй.
Ҡыҙрасовтар өс балаға ғүмер биргәндәр. Ҡыҙҙары Илүзә бәләкәйҙән йырға әүәҫ булып үҫә. Бөгөнгө көндә үҙ ғаиләһе менән Сибай ҡалаһында йәшәйҙәр, үҙе балалар баҡсаһында эшләй, тормош иптәше менән бер ул тәрбиәләйҙәр. Улдары Искәндәр башта “Башҡорт баҡыры” йәмғиәтендә, ә әлеге ваҡытта вахта ысулы менән Себер тарафтарында эшләй. Кесе улдары Илдан Әбеш мәктәбендә 5-се класта уҡый. Саңғыла шыуырға ярата, бокс түңәрәгенә лә йөрөй.
85 йәшлек ағинәй – Вәлимә Исмәғил ҡыҙы кинйә улы Йыһангир һәм Гүзәл килене менән бер-береһенә терәк булып, бергә ғүмер итәләр. Вәлимә инәй 1939 йылдың 15 ғинуарында Әбеш ауылында донъяға килә.
–Ғаиләлә алты бала булғанбыҙ, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улар араһынан мин генә иҫән ҡалғанмын. Атайым һуғыштан яраланып ҡайтып, яраһына мандый алмай, вафат булды. Әсәйем менән икәү генә йәшәнек, колхозда бил бөктөк. Әсәйем ҡара таңдан эшкә китә, төн уртаһында ҡайта, үгеҙ егеп эшләне. Ә мин малды ҡарап, өйҙә ваҡ-төйәк мәшәҡәттәр менән булыштым. Әсәйем һуңынан клубта йыйыштырыусы, шулай уҡ ауыл биләмәһе хакимиәтендә лә эшләп йөрөнө. Уҡыуҙан ҡайтам да әсәйемә урманда утын әҙерләшәм. Шул ваҡытта ҡул бысҡыһы менән ағас ҡырҡтыҡ. Бала саҡта уйнап та йөрөй алманым. Бер көн “силсәүит”кә, икенсе көн клубҡа, өсөнсө көн өйөңә утын ташыйһың. Әсәйемә ярҙам итеп, иртәнсәк уҡырға барғанға тиклем, бина иҙәндәрен йыуыша инем. 9-сы класты бөтөп, әҙерәк эшләгәс, Вәзәм ауылына кейәүгә сыҡтым. Ирем менән бер йыл да тормай, фажиғәле һәләк булды. Икенсегә Үрнәк ауылына килен булып төшөп, ирем менән дүрт балаға ғүмер бирҙек. Әҙерәк торғас, ғаилә проблемалары буйынса, балаларым менән Әбеш ауылына ҡайттым. Балаларымды яңғыҙ тәрбиәләнем,–тине ағинәй.
Тормош ауырлығы Вәлимә апайҙың иңенә лә төшә. Колхоз һыйырҙарын һауыу, мәктәптә йыйыштырыусы булып эшләү һәм башҡа эштәрҙе ҙур тырышлыҡ менән башҡара ул, сөнки дүрт баланы үҫтерергә кәрәк.
–Эшләмәгән эш ҡалманы, колхоздан һуң, мәктәп-интернатында эшләнем. Был ваҡытта уҡыусы балалар күп ине. Тәүлегенә унлап мейескә ут яғаһың. Каникул осоронда аҡлайһың, йыуаһың, ремонт эшләйһең. Интернат балаларының керҙәрен дә йыуаһың. Ҡайҙа ҡушалар, шунда эшләнек. Балаларым дүртәүһе бер юлы уҡырға барҙы, шәл бәйләп, һатып, уларҙы кейендерә инем. Хәҙер тормош еңел, йәштәргә гөрләтеп йәшәргә лә йәшәргә,–ти ул.
Вәлимә инәй бик матур итеп йырлай, мөнәжәттәр һөйләй, ауыл, район исеменән төрлө бәйгеләрҙә лә сығыш яһай, призлы урындар ала. Ағинәйҙең балалары күптән үҙ донъяларын ҡорған. Бөгөнгө көндә ҡыҙы Гөлсинә ғаиләһе менән Һамар ауылында йәшәй. Улы Фәнис йәшләй мәрхүм булып ҡалған. Әнәс улдары Әбеш ауылында йәшәп, “Башҡорт баҡыры” йәмғиәтендә эшләй. Кесе улы ла Йыһангир ғаиләһе менән Әбештә тора. 10 ейән-ейәнсәрҙәре бар.
–Киленемдән уңдым, 30 йыл бергәләп татыулыҡта йәшәйбеҙ. Килгән бер кешене киленем хөрмәт итеп тора, ҡартлығым бәхетле,–ти Вәлимә инәй.
Ҡыҙрасовтар күпләп мал-тыуар тоталар, ағын эшкәртеп һатыуға сығаралар. Йәй етһә, баҡса тултырып, емеш-йәшелсә үҫтереп, ишек алды гөл-сәскәгә күмелә.
Гүзәл Бохарбаева.