–Беҙҙең 3202-се һайлау участкаһына 328 йорт инә, бөгөнгө көндә 200-ләп йортта булдыҡ. Халыҡҡа 15-17 мартта Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлауҙар үтәсәге тураһында мәғлүмәт бирәбеҙ, мөмкин булған тауыш биреү юлдарын аңлатабыҙ, һайлаусылар исемлеген аныҡлайбыҙ,–тине Аҡъяр ауылының 3202-се һайлау участкаһы рәйесе Зилә Ҡоҙабаева.