Тормоштоң барлыҡ рәхәттәре менән бер рәттән күп ауырлыҡтарын күргән, һуғыш осоро балаһы ул. Аслыҡ-яланғаслыҡ, бөтөн ауырлыҡтарҙы ла күргәнгә, әлеге тормоштоң күркәмлегенә ҡыуанып бөтә алмай инәй. Бүребай ауылында тыуып үҫеп, бар ғүмере шунда үткән Сәмсиниса Фазылйән ҡыҙы төрлө эштәрҙә эшләй. Тормош иптәше менән дүрт балаға ғүмер бүләк итеп, уларҙы лайыҡлы тәрбиәләп үҫтерәләр. Уларҙың барыһы ла бөгөн ата-әсәләре өлгөһөндә матур донъя көткән абруйлы кешеләр. Тормошоноң күркәм ваҡиғаһын да юбиляр инәй уларҙың ҡәҙер-хөрмәтенә, иғтибарына төрөнөп ҡаршы алды.
Бөгөнгө матур тормошобоҙ өсөн ныҡышмалы, фиҙаҡәр хеҙмәт күрһәткән быуын вәкилдәрен ҡәҙер-хөрмәт итеү — улар өсөн оло шатлыҡ. Күпте күргән, күпте кисергән инәйгә киләсәктә лә балалар, ейәндәр, туғандар игелеген күреп, күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәй оҙаҡ йылдар ғүмер кисерергә яҙһын!
Сығанаҡ һәм фотолар: район хакимиәте.