Бала сағы ауыр һуғыш йылдарына тура килгән малай-ҡыҙҙар күптән инде сал сәсле инәй-бабайҙар ҡорона ингән. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: сабый саҡтан тормоштоң әсеһен-сөсөһөн күп татып, әллә күпме ыҙалар аша үткәнгәме, улар тормош ауырлығына зарланмай, барына шөкөр итеп йәшәй.
Аҡъяр ауылынан Сәкинә Ғүмәрова шундайҙарҙың береһе. Ул 1931 йылда Илеш районы Сүлте ауылында Миңлеғол һәм Мәрзиә Хәбировтар ғаиләһендә берҙән-бер бала була.
Белемде башланғыс кластарҙа үҙ ауылында ала. Үҙе 3-сө класта ғына уҡыуға ҡарамаҫтан, һуғыш ваҡыты булғас, ауылда уҡытыусылыр етмәгәнгә, яҡшы уҡығаны өсөн уға ла 1-се класс балаларын уҡытырға ҡушалар.
Башланғыс кластарҙы тамамлағас, 5- 7-се кластарҙы күрше Дөмәй ауылында уҡыным.
Ауылдағы 5 -6 ҡыҙ менән юлға бер күнәк бойҙай ҡурып алып, Өфөгә уҡырға керергә тигән ниәт менән юлландыҡ.
Тормош иптәшем Зиннәтулла Ҡәнәғәтулла улы менән 1948 йылда Стәрлетамаҡ ҡалаһында таныштыҡ.
Стәрлетамаҡ ҡалаһында 12 йыл тирәһе йәшәгәндән һуң Аҡъярға тормош иптәше Зиннәтулла 1960-сы йылдарҙа күсеп киләләр. Тормош иптәше менән 2 малай һәм бер ҡыҙға ғүмер бүләк итәләр. Тик тормош иптәше Зиннәтулла Ҡәнәғәтулла улы ваҡытһыҙ мәрхүм була.
Мәҡәләне тулырыҡ гәзитебеҙҙең 7-се һанында уҡығыҙ.