Башҡорт телен һаҡлау өсөн нимәләр эшләр инең?
--Беҙ үҙебеҙ ҙә, улдарыбыҙ ҙа башҡортса матур, таҙа һөйләшәбеҙ. Үҙем оҙаҡ йылдар район һәм республика милли матбуғатында эшләнем. Әле хаҡлы ялда булғас, ике йәшлек ейәнемдең дә әсә телен белеп үҫеүенә йоғонто яһарға тырышам. Бәләкәс Әмирҙе башҡортса таҡмаҡтар әйтеп бейетәм, бишек йырын көйләйем, башҡорт халыҡ әкиәттәрен һөйләйем. Һөйләшкәндә һүҙҙәрҙе башҡортса ла, русса ла аңлатам. Мәҫәлән, танау, күҙ, ҡолаҡ, аяҡ-ҡулдарҙы ике телдә лә өйрәтәм. Бик тиҙ отоп ала. Тәҙрәнән ҡарап, һауа торошон әйтәм, ҡар яуа, буран тип ҡабатлай.
Шуға күрә телде мәртәбәһен, ниндәй хазина булыуын бәләкәйҙән өйрәтергә кәрәк. Бәләкәй балаларҙы бишек йырын көйләп йоҡлатыу, әкиәттәр һөйләү, шиғырҙар ятлатыу фарыз.