Дәүләт думаһы депутаттары беренсе уҡыуҙа сит ил агенттарына мәғлүмәт ресурстарында физик һәм юридик шәхестәрҙең рекламаһын таратыуҙы тыйыуға ҡағылышлы ҡануниәткә төҙәтмәләр ҡабул итте.Был Хаҡта Дәүләт Думаһы сайтында хәбәр ителә.
Закон проекты граждандарға һәм компанияларға, милек формаһына ҡарамаҫтан, сит ил агенттары ресурстарында реклама урынлаштырыуҙы тыйҙы.
Дәүләт думаһы рәйесе Вячеслав Володин үҙенең телеграм-каналында аңлатыуынса, ҡарар теләһә ниндәй платформаларға — сайттарға, блогтарға, социаль селтәрҙәргә ҡағыла. Бынан тыш, киң мәғлүмәт сараларында һәм интернетта сит агенттарҙың ресурстарын рекламалау тыйыла. Мәҫәлән, 2023 йылда ғына 200-ҙән ашыу рәсәй физик һәм юридик шәхестәре үҙҙәренең тауарҙары һәм хеҙмәттәре рекламаһын сит агенттарҙың мәғлүмәт ресурстарына урынлаштыра.
Был аҡсаны алған яуыздарҙың күбеһе уларҙы беҙҙең һалдаттарҙы, офицерҙарҙы, тыныс граждандарҙы үлтергән киев нацистик режимын финанслауға йүнәлтеүҙәрен йәшермәй. Закон ҡабул итеү был практиканы туҡтатасаҡ. Тыйыуҙы боҙған өсөн ике йылға тиклем иркенән мәхрүм итеү янай», — тип белдерҙе Вячеслав Володин.
Бынан алда «Башинформ» дәүләт һатып алыуҙарында рәсәй етештереүселәренең өҫтөнлөктәре ҡануни яҡтан нығытыласаҡ тип хәбәр иткәйне.
Авторы: Вероника Никитина