Фото: Башҡортостандың Һаулыҡ Һаҡлау Министрлығы
Рәсәй президенты «Ауыл табибы», «Ауыл фельдшеры» һәм «Ауыл уҡытыусыһы»программаларын 2030 йылға тиклем оҙайтырға ҡушты. Тейешле йөкләмә Кремль сайтында баҫылған.
"Рәсәй федерацияһы хөкүмәтенә: «Ауыл табибы», «Ауыл фельдшеры» һәм «Ауыл уҡытыусыһы» программаларын тормошҡа ашырыу ваҡытын 2030 йылға тиклем оҙайтыуҙы тәьмин итергә", — тиелә документта.
Докладтарҙы 25 сентябргә һәм 20 декабргә тиклем тапшырырға кәрәк. Премьер-министр Михаил Мишустин яуаплы итеп тәғәйенләнә.
Башинформ хәбәр итеүенсә, 2023 йылда «Ауыл табибы» программаһы буйынса республикала 83 табип — 1,5 миллион һум, 62 табип 1 миллион һум алды. Шулай уҡ 49 фельдшер, акушер һәм шәфҡәт туташы — 750 мең һум, ә уларҙың 19 коллегаһы 500 мең һум алды. «Ауыл фельдшеры» программаһы буйынса тағы 33 фельдшер (акушер) 500 мең һум алды. Был түләүҙәр табиптарға «Һаулыҡ Һаҡлау»милли проекты сиктәрендә бирелә.
«Ауыл уҡытыусыһы» программаһы буйынса былтыр өс уҡытыусыға 1 миллион һум түләнгән, ә программаның дүрт йыл эшләү осоронда — 150.
Авторы: Элина Әхмәтова