Яңылыҡтар
20 Февраль 2024, 05:07

Әгәр һеҙ хеҙмәт күрһәтәһегеҙ, килешеү буйынса эшләмәйһегеҙ һәм хеҙмәткәрҙәр ялламайһығыҙ икән, һеҙгә үҙмәшғүллек юлларға кәрәк

-

Әгәр һеҙ хеҙмәт күрһәтәһегеҙ, килешеү буйынса эшләмәйһегеҙ һәм хеҙмәткәрҙәр ялламайһығыҙ икән, һеҙгә үҙмәшғүллек юлларға кәрәкӘгәр һеҙ хеҙмәт күрһәтәһегеҙ, килешеү буйынса эшләмәйһегеҙ һәм хеҙмәткәрҙәр ялламайһығыҙ икән, һеҙгә үҙмәшғүллек юлларға кәрәк
Әгәр һеҙ хеҙмәт күрһәтәһегеҙ, килешеү буйынса эшләмәйһегеҙ һәм хеҙмәткәрҙәр ялламайһығыҙ икән, һеҙгә үҙмәшғүллек юлларға кәрәк

Әгәр һеҙ хеҙмәт күрһәтәһегеҙ, килешеү буйынса эшләмәйһегеҙ һәм хеҙмәткәрҙәр ялламайһығыҙ икән, һеҙгә үҙмәшғүллек юлларға кәрәк. Быны нисек эшләргә – Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы белгестәре аңлата.

Үҙмәшғүллекте бер нисә ысул менән рәсмиләштерергә мөмкин:

▫«Минең һалым» мобиль ҡушымтаһы аша. Теркәлергә, эшмәкәрлек төрөн һайларға һәм банк картаһын беркетергә тейешһегеҙ (vk.cc/8T5t8d).

▫Федераль һалым хеҙмәте сайтында һөнәрҙән алынған килемгә һалым түләүсенең шәхси кабинетын булдырығыҙ. Һеҙҙе автоматик рәүештә иҫәпкә ҡуйырҙар (vk.cc/8TMiKn).

▫Банк аша. Һалым хеҙмәте сайтында клиенттарҙы үҙмәшғүл булараҡ теркәй алған банктар исемлеге бар. Сайтта йәки банктың мобиль ҡушымтаһы аша ғариза бирергә мөмкин (vk.cc/cfLIFq).

Үҙмәшғүллектең өҫтөнлөктәре:

🔹Отчет һәм декларация бирергә, һалымды иҫәпләргә кәрәкмәй. Федераль һалым хеҙмәте үҙе иҫәп-хисап яһай һәм түләү өсөн белдереү ебәрә.

🔹Һалым ставкалары түбән, бер ниндәй ҙә социаль иғәнә юҡ. Үҙмәшғүл кеше пенсия фондына үҙ ирке менән аҡса күсерә.

Үҙмәшғүлдәр үҙ килеменән һалымды түбәндәгесә түләй:
- әгәр заказ биреүсе физик берәмек булһа - 4;
- ойошма йәки шәхси эшҡыуар икән - 6 процент.

Айлыҡ килем мөһим түгел. Иң мөһиме, үҙмәшғүл йылына 2,4 миллион һумдан артыҡ аҡса алмаһын. Әгәр килем юғарыраҡ булһа, үҙмәшғүл статусы автоматик рәүештә юғала. Уны бер йылдан һуң кире ҡайтарырға мөмкин.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:
Читайте нас