Яңылыҡтар
17 Февраль 2024, 15:18

Башҡортостанда халыҡ-ара туған тел көнөнә арналған концерт була

-

Башҡортостанда халыҡ-ара туған тел көнөнә арналған концерт булаБашҡортостанда халыҡ-ара туған тел көнөнә арналған концерт була
Башҡортостанда халыҡ-ара туған тел көнөнә арналған концерт була

Фото: Олег Яровиков
21 февралдә Өфөлә халыҡ-ара туған тел көнөнә, Башҡортостан флагы Көнөнә һәм Ватанды һаҡлаусылар Көнөнә арналған «Бында халыҡтарҙың һәр береһендә батырлыҡ» байрам концерты була. Сара Баш ҡаланың «Атайсал»мәҙәни үҙәгендә үтәсәк.

Унда үҙәктең һәм ҡаланың ижади коллективтары, шулай уҡ яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙән йәш артистар башҡарыуында рус, башҡорт, ҡытай, ҡырғыҙ, татар, әрмән һәм башҡа телдәрҙә йырҙар, көйҙәр һәм шиғырҙар яңғыраясаҡ. Бынан тыш, тамашасылар донъя халыҡтарының бейеүҙәрен ҡараясаҡ.

Концерт 19.00 сәғәттә башлана. Инеү ирекле.

Автор:
Читайте нас