Яңылыҡтар
15 Февраль 2024, 14:48

Һаҡмар һыуһаҡлағысының гидротехник ҡоролмалары ремонтланасаҡ

   

Һаҡмар һыуһаҡлағысының гидротехник ҡоролмалары ремонтланасаҡҺаҡмар һыуһаҡлағысының гидротехник ҡоролмалары ремонтланасаҡ
Һаҡмар һыуһаҡлағысының гидротехник ҡоролмалары ремонтланасаҡ

Баймаҡ районының Әбделкәрим ауылы эргәһендәге Һаҡмар йылғаһындағы Һаҡмар һыуһаҡлағысының гидротехник ҡоролмаларына капиталь ремонт үткәреү өсөн подрядсыны һайлап алыу конкурсына ғаризалар ҡабул ителә. Контракттың башланғыс хаҡы яҡынса 233,87 миллион һум тәшкил итә, ғаризалар 1 мартҡа тиклем ҡабул ителә, тип хәбәр ителә дәүләт һатып алыуҙары порталында.

Конкурс документацияһына ярашлы, эштәр 2026 йылдың 31 октябренә тиклем башҡарылырға тейеш. Эштәрҙе финанслау Башҡортостан бюджетынан, шул иҫәптән федераль субсидия средстволары иҫәбенә ҡаралған.

Фото:Росводресурсы

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас