Яңылыҡтар
13 Февраль 2024, 09:23

Йәнтеш ауылының мәҙәниәт йортонда "Пар ҡанаттар" ғаилә вокал конкурсы үтте.

-

Йәнтеш ауылының мәҙәниәт йортонда  "Пар ҡанаттар" ғаилә вокал  конкурсы үтте.Йәнтеш ауылының мәҙәниәт йортонда  "Пар ҡанаттар" ғаилә вокал  конкурсы үтте.
Йәнтеш ауылының мәҙәниәт йортонда "Пар ҡанаттар" ғаилә вокал конкурсы үтте.

"Пар ҡанаттар"
Йәнтеш ауылының мәҙәниәт йортонда Рәсәйҙә ғаилә йылына арналған "Пар ҡанаттар" ғаилә вокал конкурсы үтте. Конкурс ғаилә йолаларын һаҡлауға һәм нығытыуға, ғаилә ялын ойоштороуға йүнәлтелгән.
Конкурста барыһы 8 ғаилә пары ҡатнашты. Һәр ғаилә 2 йыр башҡарҙы һәм жюри баһаһына "Ғаилә ризығы"н тапшырҙы.
Конкурс йомғаҡтары буйынса Яңы Ергән ауылынан Юнир һәм Гөлсөм Әлибаевтар Гран-при яуланы.
I урын – Фәрит Һәм Әминә Юнысовтар, II урын – Аҡташ ауылынан Әүхәт Һәм Фәйрүзә Карпеевтар, Аҡъюл ауыланан Фазыльян Һәм Фәнүзә Ишемғоловтар ,
III урын – Һаҡмар-Наҙарғол ауыланан Рәис Һәм Рәшиҙә Сәйфуллиндар, Оло Әбеш ауыланан Дамир һәм Зимфира Исмәғилевтар.
Йәнтеш ауылынан Сәғит һәм Лилиә Моталовтар “Өмөт”, Иҫәнгилде ауылынан Шәһит Һәм Гөлгөнә Йыһаншиндар “Пар ҡанаттар” номинацияларҙа билдәләнде.

Автор:Ильнара Аптикова
Читайте нас