Байғусҡарҙан “Искра” позывнойлы яугир батырлығы өсөн юғары наградаларға эйә
Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан “Искра”, йәғни “Осҡон” позывнойын йөрөткән яугирҙың исеме есеменә тап килә. Йәш кенә егеттең күкрәген ике Батырлыҡ ордены, “Батырлыҡ өсөн” һәм “Хәрби батырлыҡ өсөн” миҙалдары биҙәй. СВО-ның беренсе көндәренән Ватан һағында торған хәрби Украина ерен арҡыры-буй үткән тип әйтергә була. Сержант погонын йөрөткән яҡташыбыҙ Киев янында, Луганск, Донецк, Херсон, Запорожье яҡтарында була.
Яҡташыбыҙ дошмандың нығытма пунктын алған ваҡытта миномет ярсығы менән яралана. Госпиталдә дауаланғандан һуң, ҡыҫҡа сроклы отпускыға тыуған ауылына ҡайтҡан.
--Байғусҡар ауылында йәшәгән атайым үҙ ваҡытында һауа-десант ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иткән. Үҙем дә әрмегә барырға һәм нәҡ ошо элиталы ғәскәргә эләгергә хыялландым. Ниәтем ҡабул булды. Ауылда мәктәпте тамамлағас, И.Тасимов исемендәге Аҡъяр тау колледжында белем алдым. Һәм армияға нәҡ һауа-десант ғәскәрҙәренә эләгеп, Псков ҡалаһында хеҙмәтем башланды. Шул ваҡытта уҡ Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөнөм. Махсус хәрби операция башланғандың беренсе көнөнән Ватан һағына баҫтым,--тип һөйләне “Искра” беҙҙең менән осрашҡанда.
Хәйбулла геройының ике Батырлыҡ ордены, “Батырлыҡ өсөн” һәм “Хәрби батырлыҡ өсөн” миҙалы менән наградланыуы тураһында хәбәрҙар инек. Әлбиттә, уларҙың нимә өсөн бирелгәне тураһында һорау бирмәй ҡалманым.
--Былтыр поляктарҙың махсус тәғәйенләштәге хәрби часына ҡаршы торҙоҡ. Шул ваҡытта беренсе Батырлыҡ ордены бирелде. Икенсеһе иһә яралы взвод командирын һуғыш яланынан сығарған өсөн тапшырылды. “Батырлыҡ өсөн” һәм “Хәрби батырлыҡ өсөн” миҙалдары ла алғы һыҙыҡта бирелде,--тине ул.
Яугир белдереүенсә, махсус хәрби операция зонаһында хәрби дуҫлыҡ, хәрби туғанлыҡ төшөнсәһе бик ҙур әһәмиәткә эйә.
--Эйе, бында рустар әйтмешләй, “разведкаға йөрөрлөк” ышаныслы егеттәр бар. Улар яҡын дуҫтарҙан да яҡыныраҡ. Илһөйәрлек тойғоһо көслө бында. Һәр ваҡыт ут аҫтында, алғы һыҙыҡта булғанлыҡтан, штурмға барғанда бер-беребеҙ өсөн барыһына ла әҙербеҙ. Әйткәндәй, яҡташтарым, Хәйбулла егеттәре лә осраны. Яңыраҡ Яңы Петровка ауылынан “Кошмар” позывнойлы снайпер егет килде. Даими аралашып торабыҙ. Ғөмүмән, Башҡортостандан хәрбиҙәр күп. Башҡорттарҙы батыр халыҡ тип йөрөтәләр. Рәсәй Оборона министрлығы тарафынан бөтә кәрәкле әйбер менән тәьмин ителгәнбеҙ, ҡорал һәм махсус хәрби форма барыһы ла бар. Гуманитар ярҙам да даими килә”,--тине әңгәмәсем.
“Искра”ның махсус хәрби операция тамамланғас, үҙ хыялдары ла бар. Ул артабан элиталы хоҡуҡ һаҡлау структураларында эшләргә планлаштыра.
--Махсус хәрби операцияла булыу осоронда өсөнсөгә ҡыҫҡа сроклы отпускыға ҡайттым. Тыуған ауылымда ял иттем. Тик Себер тарафтарында вахта ысулы менән эшләгән атайым менән был юлы осраша алманыҡ. Шуныһы ғына күңелде өйкәй. Яраланғандан һуң, госпиталдә ятып, дауаландым. Хәҙер инде хәрби бурысымды артабан да намыҫ менән үтәргә әҙермен,--тине сержант.
Яҡташыбыҙ, ҡыйыу йөрәкле “Искра”ға тағы ла бер Батырлыҡ ордены алып, юғары дәүләт ордендары кавалеры булыуын теләр инек. Шартлауҙар йортобоҙ янында яңғырамаһын, егеттәрҙең барыһы ла иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын!