Яңылыҡтар
13 Февраль 2024, 10:51

Аҡъяр ауылының икенсе мәктәбендә “Батырлыҡ дәресе” үтте

-

Аҡъяр ауылының икенсе мәктәбендә “Батырлыҡ дәресе” үттеАҡъяр ауылының икенсе мәктәбендә “Батырлыҡ дәресе” үтте
Аҡъяр ауылының икенсе мәктәбендә “Батырлыҡ дәресе” үтте

Аҡъяр ауылының икенсе мәктәбендә “Батырлыҡ дәресе” үтте. Унда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар – «ГОРА» позывнойлы батальон командиры һәм яраланғандан һуң өйҙә булған «Башҡорт» позывнойлы  яҡташыбыҙ ҡатнашты. Яугирҙарҙы һәм уҡыусыларҙы муниципаль район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов сәләмләне. Ул был осрашыуҙың әһәмиәтен һыҙыҡ өҫтөнә алды һәм осрашыу ҡунаҡтарына, бөгөн хәрби хеҙмәттә батырлыҡ күрһәткәндәрҙең барыһына ла рәхмәт әйтте.

Балалар ҡунаҡтар өсөн рухи шиғырҙар әҙерләне, тыуған ил тураһында патриотик йырҙар йырланы һәм һалдаттарыбыҙ өсөн яҙған хаттарын тапшырҙы. Яугирҙар уларҙы мотлаҡ хәрби операцияла ҡатнашыусыларға тапшырырға вәғәҙә бирә.

Автор:Ильнара Аптикова
Читайте нас