Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һауа торошоноң боҙолоуы хаҡында иҫкәртә. Синоптиктар белдереүенсә, 13 февралдә республикала урыны менән көслө ҡар яуыуы, буран сығыуы, боҙлауыҡ булыуы, юлдарға көрт һалыуы, елдең тиҙлеге секундына 18 метрға етеүе көтөлә.
Һауа температураһы төндә -12, -17°, көнсығышта -22°, көндөҙ -2, -7°.
Бынан алдараҡ «Башинформ» алдағы көндәрҙә республикала ҡар яуыуы, көндәрҙең һыуытыуы тураһында хәбәр иткәйне.