Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Февраль , 10:37

Батыр исеме мәңгеләштерелде

-

Батыр исеме мәңгеләштерелде
Батыр исеме мәңгеләштерелде

Бөгөн Бакаловка ауылының  мәктәп фасадында яҡташыбыҙ, ефрейтор Илгиз Илдар улы Әбделмәнов иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ асылды. Илгиз 1997 йылдың 01 авгусында  Хәйбулла районы Бакаловка ауылында тыуған. 7 – се класҡа тиклем Бакал белем биреү мәктәбендә, һуңынан Подольск урта мәктәбендә 8-9 кластарҙа уҡый. 2013 – сө йылда Сибай политехник колледжына «проходкалаусы» һөнәре буйынса уҡырға инә. 2015 йылдың 20 октябрендә хәрби хеҙмәткә саҡырыла. Әрме хеҙмәтенән һуң 2016 йылда Рәсәй Федерацияһы оборона Министрлығы менән контракт буйынса хеҙмәт үтеү тураһында контракт төҙөй. Хеҙмәтен Силәбе өлкәһенең Сыбаркүл ҡалаһында үтә. Беренселәрҙән булып махсус хәрби операция зонаһына ебәрелә һәм 2022 йылдың авгусында һәләк була.

Муниципаль район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов билдәләүенсә, " Яҡташ герой егет бәләкәй генә ауылда тыуған. Тап ошондай ғәҙәти мәктәптәрҙә ысын ир-егеттәр, ватанды һаҡлаусылар үҫә, улар өсөн патриотизм һәм хәрби бурыс төшөнсәләре хас. Мемориаль таҡтаташ мәктәпкә ингән балаларға, халыҡҡа, ҡунаҡтарға Илгиз Әбделмәновтың тап ошонда уҡығанын иҫкә төшөрһөн. Хәрби бурысын үтәгәндә ул Батырлыҡ, сыҙамлыҡ һәм тыуған иленә тоғролоҡ өлгөһө күрһәтә. Уның ҡарары — Ватанға хеҙмәт итеү-үҙ халҡының лайыҡлы улының билдәһе, ысын батырҙың өлгөһө. Ул беҙҙең хәтерҙә шулай ҡаласаҡ! Әсәһе, туғандары һәм яҡындарының ауыр ҡайғыларын урталашабыҙ.

Автор:Ильнара Аптикова.
Автор:Ильнара Аптикова
Читайте нас: