Тиҙҙән Башҡортостанда бурыслыларҙың торлағын һатыу ойошторола. Республика ҡалаларында һәм райондарында йорттарҙы, фатирҙарҙы һәм бүлмәләрҙе арзан хаҡҡа һатып алырға мөмкин, тип хәбәр итә Электрогазета.
Өфөлә, Стәрлетамаҡта, Салауатта, Өфө, Туймазы, Ишембай, Ауырғазы, Баҡалы райондарында төрлө майҙанлы йорттар, фатирҙар, бүлмәләр һатыуға ҡуйылған. Сауҙалашыуҙа ҡатнашыу өсөн заявкалар ҡабул итеү ваҡыты 26 февралдә - 1 мартта тамамлана.
Һатылырға тейешле милектең тулы исемлеге, шулай уҡ сауҙалашыу шарттары менән torgi.gov.ru сайтында танышырға мөмкин.
Бынан алдараҡ Башинформ Башҡортостанда электрон аукционда бурыслыларҙың 25 автомобилен һатырға йыйыныуҙары хаҡында хәбәр иткәйне.
https://www.bashinform.ru/news/economy/2024-02-12/v-bashkirii-rasprodadut-zhilie-dolzhnikov-3639787