Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Февраль , 17:23

Башҡортостан делегацияһы эш сәфәре менән Белоруссияла

-

Башҡортостан делегацияһы эш сәфәре менән Белоруссияла
Башҡортостан делегацияһы эш сәфәре менән Белоруссияла

Бөгөн, 8 февралдә, Радий Хәбиров етәкселегендәге Башҡортостан делегацияһының Беларусь Республикаһына эш сәфәре башланды.

Башҡортостан Башлығы Белоруссияның бер нисә компанияһы менән эшлекле һөйләшеүҙәр үткәрергә әҙерләнә.

Радий Хәбиров Беларусь премьер-министры Роман Головченко менән ике республиканың бизнес-форумында ҡатнаша.

«Беларусь менән хеҙмәттәшлекте үҫтереү буйынса эште дауам итәбеҙ, был беҙҙең өсөн төп партнер, - тип яуап бирҙе Радий Хәбиров Минск аэропортында журналистарҙың һорауҙарына. - Был юлы ла беҙ бизнес-миссия менән килдек. Уның составында яңы партнерҙар эҙләгән 54 компания бар. Иртәгә B2B форматында осрашыуҙар үткәрелә, унда компанияларыбыҙ менән таныштырабыҙ.

Икенсеһе. Беҙ, чиновниктар, бизнесыбыҙ өсөн ҡапҡалар асабыҙ. Шуға Беларусь етәкселеге менән һөҙөмтәле, даими бәйләнештәр алып барырға кәрәк. Иртәгә беҙ ил премьер-министры Роман Головченко менән осрашып, беҙҙең «юл картаһын»н тикшерәбеҙ.

Өс ҙур килешеү төҙөргә әҙер булырбыҙ, моғайын. Машиналар эшләү өлкәһендә МАЗ заводын төҙөү — МАЗ-дың һәм Өфө трамвай-троллейбус заводының берлектәге проекты. Аккумуляторҙар етештереү буйынса завод төҙөлөшө. Беҙҙе был компетенция бик ҡыҙыҡһындыра. Әлбиттә, «Амкодор-Алға» проекты. Шулай уҡ беҙ бында башҡа, шул иҫәптән мәҙәниәт һәм туризм өлкәһендәге мәсьәләләрҙе тикшерәсәкбеҙ».

https://www.bashinform.ru/news/politics/2024-02-08/delegatsiya-bashkirii-vo-glave-s-radiem-habirovym-nahoditsya-s-vizitom-v-belarusi-3635524

Автор:Азат Ғиззәтуллин
Автор:
Читайте нас: