Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Февраль , 17:16

Башҡортостанға һыуыҡ һауа торошо килә

-

Иреткәндән һәм ҡар яуғандан һуң башҡортостанға арктик һалҡын һауа торошо килә.

Метеосайттар мәғлүмәттәре буйынса, алдағы йомала республикала бер аҙ ҡар яуыуы ихтимал. Ҡайһы бер райондарҙа буран сығыуы фаразлана, юлдарҙа ҡар һырынтылары, боҙ участкалары барлыҡҡа киләсәк. Һауа температураһы төндә -10, -15 градус тирәһендә тирбәлә, көндөҙ урамда -7, -12 градус була.

Шәмбе, 10 февралдә, башлыса аяҙ һауа торошо көтөлә. Уртаса ел көньяҡ-көнбайыш йүнәлешенән иҫәсәк. Төндә Башҡортостанда -16-21°, айырым райондарҙа -26°һыуыҡ буласаҡ. Көндөҙгө сәғәттәрҙә термометр бағанаһы -12-нән -17° - ға тиклем күрһәтәсәк.

Авторы: Сергей Николаев

Автор:
Читайте нас: