Яңылыҡтар
5 Февраль 2024, 06:09

Алло, “Ватанды һаҡлаусылар” фонды, тыңлайым һеҙҙе...

Социаль координатор Лилиә Бүкәнбаеваның эше СВО яугирҙары һәм уларҙың ғаиләләре менән тығыҙ бәйле

Алло, “Ватанды һаҡлаусылар” фонды, тыңлайым һеҙҙе...Алло, “Ватанды һаҡлаусылар” фонды, тыңлайым һеҙҙе...
Алло, “Ватанды һаҡлаусылар” фонды, тыңлайым һеҙҙе...

2023 йылдың апреленән Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Указы менән СВО ветерандарына һәм һәләк булған яугирҙарҙың ғаиләләренә комплекслы ярҙам күрһәтеү маҡсатында “Ватанды һаҡлаусылар” фонды булдырылды. Хәйбулла районында ла  СВО ветераны һәм һәләк булған герой ғаиләләре менән эшләү маҡсатында социаль координатор тәғәйенләнде. Ул—Лилиә Рафайыл ҡыҙы Бүкәнбаева. Социаль координаторҙың эше тураһында һөйләүен һорап, беҙ уға мөрәжәғәт иттек. “Һеҙ беҙгә килегеҙ, барыһын да үҙегеҙ күрерһегеҙ”, тип тәҡдим итте Лилиә Рафайыл ҡыҙы. Әлбиттә, бында мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырмай, саҡырыуҙы ҡабул иттек.

Лилиә Рафаил ҡыҙы менән әңгәмәбеҙ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләре өсөн файҙалы булыр тип ышанабыҙ.

--Лилиә Рафаил ҡыҙы, “Ватанды һаҡлаусылар” фонды Башҡортостанда һәм беҙҙең районда эшләй башлағанына күп ваҡыт та үтмәне. Уның бурыстары ниндәй?

--Фондтың маҡсаты:  махсус хәрби операция ветерандарын һәм һәләк булған яугирҙарҙың ғаилә ағзаларын социаль оҙатыу. Фонд  уларға билдәләнгән бөтә ярҙам сараларын алырға булышлыҡ итә. Бында медицина һәм социаль реабилитация, дарыу менән тәьмин итеү, психологик ярҙам,  реабилитациялауҙың техник саралары һәм  шифахана-курорт дауаланыуы, шулай уҡ  ветерандарҙы ҡайтанан уҡытыу, эшкә урынлаштырыу һәм  башҡалар инә.

--Эш механизмы тураһында әйтеп китһәгеҙ, йәғни граждандарҙы ҡабул итеү нисек бара һәм ниндәй һорауҙар хәл ителә?

--Беҙгә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар үҙҙәре йәки  уның ғаилә ағзалары килә. Тәү башта уларҙы беренсел ҡабул итеү буйынса  анкета тултырабыҙ, мөрәжәғәт итеүсене ентекле тыңлағандан һуң,  уны борсоған мәсьәләләрҙе хәл итеү юлдарын эҙләйбеҙ.

--Шулай ҙа күберәк ниндәй проблема менән мөрәжәғәт итәләр?

--Күбеһенсә,  махсус хәрби операция зонаһында яраланғандар буйынса  бер тапҡыр түләнә торған түләмдәр һорауы буйынса киләләр. Ғөмүмән,  был льгота, йәғни  яраланған хәрбиҙәргә бер тапҡыр түләнә торған түләм буйынса документтар госпиталдә үк эшләнергә тейеш. Әммә ҡайһы бер госпиталдәрҙә быны эшләп еткермәйҙәр. Шуға күрә хәрбиҙәр өйгә ҡайтҡандан һуң, бында  документтар юллай башлай. Был осраҡта беҙ уларға  рапорт яҙырға, тейешле исемлек  буйынса документтар йыйырға ярҙам итәбеҙ. Артабан улар үҙҙәре беркетелгән  хәрби комиссариатҡа мөрәжәғәт итәләр.

--Лилиә Рафаил ҡыҙы,  күптәр белеп тә еткермәйҙер. Хәрби хәрәкәттәр ветерандарына ниндәй льготалар бар?

--Эйе, льготалар бар һәм төрлө йүнәлешле. Бына улар:

 Коммуналь хеҙмәттәр

 Хәрби хәрәкәттәр ветерандары ҡуртымға алған һәм торлаҡты тотҡан  өсөн 50% күләмендә  түләүгә компенсация алырға хоҡуҡлы. Был  торлаҡ йорт менән идара итеү, күп фатирлы йортта дөйөм мөлкәтте ремонтлау һәм тейешле тәртиптә тотоу, шулай уҡ капиталь ремонт өсөн иғәнә түләү буйынса хеҙмәттәргә  ҡағыла. 

Һалым

Тағы ла хәрби хәрәкәттәр ветерандары милек өсөн, йәғни фатир, йорт, гараж өсөн һалым түләмәй. Льгота һәр төр объект өсөн бирелә. Мәҫәлән, бер фатир, бер өй, бер гараж. Алты сутыйлы ер участкаһы өсөн дә һалым түләргә кәрәкмәй. Әгәр ер участкаһы ошо күләмдән ҙурыраҡ булһа ғына, һалым иҫәпләнә. Ә бына транспорт һалымына льгота ул йәшәгән төбәккә бәйләнгән.

Медицина

Ветерандар хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң,  хеҙмәт осоронда үҙҙәре беркетелгән поликлиника һәм дауаханаларҙа дауалана ала. Бынан тыш, уларға дәүләт гарантиялары программаһы сиктәрендә сираттан тыш медицина ярҙамы күрһәтелә.

Эш урынында

Хәрби хәрәкәттәр ветерандары йыл һайын үҙҙәренә уңайлы осорҙа отпуск ала ала. Тағы ла улар 35 көнгә тиклем эш хаҡы һаҡланмаған отпускы алыу хоҡуғына эйә. Ветерандарға тағы ла  эш биреүсе иҫәбенә  һөнәри йәһәттән  уҡыу һәм өҫтәмә һөнәри белем алыу мөмкинлеге бар.

Айлыҡ түләмдәр һәм пенсияға өҫтәмәләр

Хәрби хәрәкәттәр ветерандары  айлыҡ аҡсалата түләмдәр ала ала. 2022 йылдың февраленән ул 3481,85 һум тәшкил итә.  Бынан тыш, өҫтәмә рәүештә  социаль хеҙмәттәр күрһәтелә (йәмәғәт транспортында бушлай йөрөү, шифаханаға юлланма һәм дарыуҙар). Әгәр был льготаларҙан баш тартһалар, аҡсалата пособие суммаһын арттырырға мөмкин. Күп йыллыҡ хеҙмәт, инвалидлыҡ йәки ҡараусыһын юғалтҡан өсөн пенсия социаль пенсия күләменән 32 процентҡа арта.

--Әйтеүебеҙсә,  “Ватанды һаҡлаусылар” фонды эшләй башлауға күп ваҡыт үтмәне. Беренсе этапта ниндәйҙер ҡатмарлыҡтар бармы?

--Ҡатмарлыҡтар юҡ.  Беҙгә мөрәжәғәт итеүселәрҙең бөтә  проблемалары хәл ителерлек.  Бары тик ҡайһы бер мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн билдәле бер ваҡыт көтөргә кәрәк. Бында ла уларға барыһын да аңлатып, ошо ваҡытты сабырлыҡ менән көтөргә ярҙам итәбеҙ.

--Лилиә Рафаил ҡыҙы, бына һеҙгә мөрәжәғәт иткән берәй хәрбиҙең проблемаһы хәл ителеүен  аныҡ миҫалда һөйләй алаһығыҙмы?

--Бындай миҫалдар бихисап. Мәҫәлән, хәрби әсирлеккә эләккән райондашыбыҙға бәйле хәл минең өсөн бик етди булды. Уның әсәһе беҙгә мөрәжәғәт итте. Беҙ, “Ватанды һаҡлаусылар” фонды вәкиле менән берлектә бөтә Рәсәй буйынса яҡынса 12 инстанцияға мөрәжәғәт иттек. Мөрәжәғәттәр, рәсми хаттар ебәрҙек, һөҙөмтәлә яугир  әсирҙәрҙе алмаштырыу банкына эләкте. Бөгөнгө көндә  уны  азат итеүҙәрен көтәбеҙ. Был бик ауыр, ҡатмарлы эш булып сыҡы. Бындай сетерекле мәсьәлә менән тәүгә осрашҡас, минең өсөн дә етди тәжрибә булды. Барыһы ла яҡшы булыр, тип ышанам.

Тағы ла СВО зонаһында хәбәрһеҙ юғалғандар бар. Был да бик ауыр мәсьәлә, сөнки  билдәһеҙлек,  аңлашылмаған хәл.  Был осраҡта ла төрлө инстанцияларға мөрәжәғәт итәбеҙ. Прокуратура, хәрби прокуратура, хәрби часть, хәрби комиссариат, һәр  власть органы был хәрбине эҙләүҙә булышлыҡ итергә тейеш. Күптән түгел, ошондай хәл буйынса 4 ғаилә менән хәрби комиссариатта булдыҡ.  Уларҙың һәр береһе юғалған һалдаттың аҡсалары ата-әсәләре, ғаиләләре иҫәбенә күсереү өсөн ғариза яҙҙы, ДНК тест тапшырҙы. Хәбәрһеҙ юғалғандарҙы эҙләү—“Ватанды һаҡлаусылар” фонды шөғөлләнгән иң ҡатмарлы мәсьәләләрҙең береһе булып ҡала.

--Әйтегеҙ әле, нисек барыһына ла өлгөрәһегеҙ? Шылтыратыуҙар ҡабул итергә, заявка алырға һәм уны үтәргә лә күп ваҡыт кәрәктер?

--Төрлө ҡатмарлы һорауҙар була. СВО-ла ҡатнашыусылар йәки уларҙың ғаилә ағзалары менән ике сәғәтләп тә әңгәмәләшәбеҙ. Иң ауырҙары менән дүртәр сәғәт ултырғаныбыҙ бар. Бер үк запростар һәм мөрәжәғәттәрҙе 10-12-шәр инстанцияларға ебәрәбеҙ. Бәғзе бер мөрәжәғәттәрҙе шунда уҡ хәл итергә мөмкин,  икенселәренә  бер аҙна йәки айлап ваҡыт кәрәк. Һәр заявканың үҙ срогы бар. Бары тик сабыр итергә кәрәк. Беҙҙең өсөн һәр мөрәжәғәт актуаль, үҙ йөрәгебеҙ аша үткәрәбеҙ. Шуға күрә, бөтәһенә өлгөрөргә тырышып,  үҙ эшебеҙҙе башҡарабыҙ.

--Көнөнә күпме шылтыратыуҙар була?

--Көнөнә бик күп шылтыратыуҙар алабыҙ. Быға тиклем район хакимиәтенең социаль бүлегендә эшләгәндә лә  СВО-ла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләре менән эш алып барғайным. Өлөшләтә мобилизация башланғандан алып, минең телефоным уларҙың һәр береһендә бар ине. Шуға күрә,  телефон, вацап аша һәр саҡ бәйләнештәмен, бик күптәр шылтырата, яҙа.  Яугирҙарҙың һәр береһен тиерлек иҫләйем.  Мобилизованныйҙар һәм доброволецтарҙың исем-фамилияларын, ғаиләләрен беләм. Был инде  юлға һалынған система тиер инем.

--Ә бына шәхсән күпме кеше килә көнөнә?

--Төрлөсә була. Ҡайһы ваҡыт 5-6 кеше килеүе ихтимал. Әммә һәр береһе менән сәғәтләп эшләйһең. Ҡайһы ваҡыт бер кем дә булмай. Был ваҡытта  телефон аша эшләйбеҙ. Мәҫәлән, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы алғы һыҙыҡтан  шылтыратһа, был  оҙайлы ваҡыт ала. Сөнки унан  хәл итәһе мәсьәлә буйынса тулы мәғлүмәт алырға кәрәк. Бына ошондай мөһим шылтыратыуҙар күп була.

--Лилиә Рафаил ҡыҙы, түләмдәр алыу, госпиталдә дауаланыу йәки башҡа төр ярҙам алыуҙа тағы ла ниндәй аныҡ осраҡтар тураһында һөйләр инегеҙ?

--Шундай бер хәл булды. СВО-ла һәләк булған яугирҙың ғаиләһе, улдарын юғалтыуға бәйле, ике ай дауамында түләм ала алмаған ине. Ғәҙәттә бындай хәл һирәк осрай. Был ғаилә   тәғәйен түләмдәрҙе алыу өсөн ҙур ғына аҡса түләп  адвокат ялларға уйлауҙары тураһында белдерҙе. Әлбиттә, тәүге мәлдә аптырап ҡалдым, сөнки  быны бушлай ҙа эшләп була. Һөҙөмтәлә, минең әйтиеүем буйынса, адвокаттан баш тарттылар. Уларҙың ҡулында булған документтар менән  тейешле хеҙмәткә мөрәжәғәт иттек. Һөҙөмтәлә, ике аҙнанан һуң, улар түләмде алдылар. Миҙалдар буйынса ла шулай.  СВО-ла ҡатнашыусыларға, мәҫәлән, Шайморатов миҙалын алыу өсөн  награда ҡағыҙҙарын тултырырға ярҙамлашабыҙ. 

--Лилиә Рафайыл ҡыҙы, әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт. Беҙҙең интервью һорауҙары һәм яуаптары махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итер тип ышанабыҙ.

Мәрйәм Иманғолова әңгәмәләште.

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас