Ҡатнашыу өсөн 2024 йылдың 5 февраленә тиклем һылтанма буйынса vk.cc/cujIMd теркәлергә кәрәк.
Форум өс йүнәлештә эшләйәсәк:
«Социаль проектлау» – федераль эксперттар йәлеп итеп, Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡтың 2024 йылдағы грант конкурстары буйынса оҫталыҡ дәрестәре; ғариза тултырыу йәһәтенән шәхсән консультациялар.
«Карьераға старт» – Өфөнөң алдынғы предприятиеларының персонал һайлап алыу буйынса хеҙмәткәрҙәре ҡатнашлығында «Тиңдәштәрсә әңгәмә» һәм «асыҡ һөйләшеү» форматында осрашыуҙар һәм тренингылар.
«Эшлә» – карьера, шәхси бренд булдырыу һәм йәштәр эшҡыуарлығы буйынса асыҡ лекторийҙар.
Форумдың төп ваҡиғаһы – «проекттар конвейеры». Ҡатнашыусылар үҙҙәренең проекттарын эксперттарға күрһәтәсәк. Проекттарҙың иң яҡшылары һайлап алынып, тормошҡа ашырыу өсөн финанс ярҙамы аласаҡ.
📞 Белешмәләр өсөн телефон: 8 (347) 279 06 56.
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан