Рыбальченко Александр Игоревич менән хушлашыу тыуған Татыр-Үҙәк ауылында үтте. Геройҙы хөрмәтләргә яҡташтары, хәрби комиссариат вәкилдәре, туғандары, яҡындары, дуҫтары һәм таныштары килде.
Александр Игоревич 1991 йылдың 28 июнендә Хәйбулла районы Татыр-Үҙәк ауылында тыуған.
1-9-сы кластарҙы Татыр-Үҙәк ауылының урта дөйөм белем биреү мәктәбендә, 10-11-се кластарҙа Бүребай ауылының урта дөйөм белем биреү мәктәбендә уҡый.
«Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты» акционерҙар йәмғиәтендә эшләй, оборона Министрлығы менән контракт төҙөгәнгә тиклем «Башҡорт баҡыры» яуаплығы сикләнгән йәмғиәтендә крепежсы булып эшләй. 2023 йылдың 26 апрелендә Рәсәй Федерацияһы оборона Министрлығы менән контракт буйынса хәрби хеҙмәткә контракт төҙөй.
Ҡаһарманлығы өсөн Александр Рыбальченко үлгәндән һуң Батырлыҡ Ордены менән бүләкләнә. Яҡташтары өсөн ул мәңгегә Герой һәм Ватанға тоғролоҡ өлгөһө булып ҡаласаҡ.
Туғандарының һәм яҡындарының ҡайғыларын уртаҡлашабыҙ.