Яугирҙарыбыҙ фронтта уңыштарға өлгәшеүендә ирекмәндәребеҙҙең дә роле ҙур. Улар матди яҡтан ғына ярҙам итеп ҡалмай, һалдаттарҙың рухын күтәрә, тыуған еренең йылыһын ебәрә.
Өфө ауылы ирекмәндәре көн һайын данлыҡлы ҡурайсы, Бөйөк Ватан һуғышында башын һалған Й.Йомаевтың музейында урынлашҡан штабта йыйыла. Улар аҙыҡ-түлек әҙерләй, окоп шәмдәре эшләй һәм уларҙы ҡумталарға тултыра. Ошо арала улар 109 окоп шәмен эшләгән. Шулай уҡ Өфө ауылы ирекмәндәре хәйриә аҡсаһын йыялар, улар иҫәбенә СВО зонаһында булған яугирҙар өсөн кәрәкле әйберҙәр һатып алалар.
фото:Трезвое село 2023 с.Уфимский Хайбуллинский район