Синоптиктар хәбәр итеүенсә, шаршамбы, 31 ғинуарҙа, көндөҙ бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә. Урыны менән боҙлауыҡ, юлдарҙың айырым участкаларында көрт, тайғаҡ. Ел көньяҡ-көнбайыштан, төньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы көндөҙ -1, -6°.
Кесаҙна, 1 февралдә, урыны менән бер аҙ ҡар яуа. Ел төньяҡ-көнбайыштан, көньяҡтан талғын. Төндә -7, -12°, аяҙытҡанда -17°, көндөҙ -2, -7°.
Йома, 2 февралдә, бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә. Ел көньяҡтан талғын. Һауа температураһы төндә -8, -13°, аяҙытҡанда -18°, көндөҙ -2, -7°.
Бынан алдараҡ «Башинформ» февралдә Башҡортостанда ниндәй һауа торошо көтөлөүе хаҡында хәбәр иткәйне.