Яңылыҡтар
29 Ғинуар 2024, 07:05

Башҡортостанда милли кафе бренды популярлыҡ яулай

-

Башҡортостанда милли кафе бренды популярлыҡ яулайБашҡортостанда милли кафе бренды популярлыҡ яулай
Башҡортостанда милли кафе бренды популярлыҡ яулай

Стәрлебаштан йәш эшҡыуарҙар Рафаэль Йосопов һәм Илнур Әхмәтшиндың бизнестағы тәүге тәжрибәһе – 2020 йылда франшиза буйынса асылған икмәкхана. Бер аҙ эшләгәндән һуң, эшҡыуарҙар үҙ брендын булдырыу тураһында уйлай башлай. Район хакимиәтендә улар үҙҙәренең бизнес- проекты – «Ҡыстбый» милли кафеһы бренды менән таныштыра. Был хаҡта Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәге бизнес менән аралашыу төркөмөндә райондың бизнес-шерифы Айнур Юнысов хәбәр итте.

Хакимиәттә эшҡыуарҙарҙың ҡыҙыҡлы идеяһын хуплап, уларға кафе өсөн ер участкаһы алырға ярҙам иткәндәр. Былтыр көҙ Стәрлебашта «ҠыСТБый» кафеһы асылған, унда тәмлекәстәр менән һыйланырға, ҡайнар сәй эсеп сығырға мөмкин. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә кафе урында танылған брендҡа әүерелгән. Эшҡыуарҙар әйтеүенсә, ҡыҫтыбый, икмәк һәм башҡа тәмле ризыҡтарҙы әсәй-өләсәйҙәренең һыналған рецептары буйынса бешерәләр.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-01-29/v-bashkirii-nabiraet-populyarnost-lokalnyy-brend-natsionalnogo-kafe-3620819

 
Фото:Радий Хәбировтың социаль селтәрҙә бизнес менән аралашыу төркөмө.
Автор:Роман Якимчук.
Автор:
Читайте нас