Яңылыҡтар
28 Ғинуар 2024, 10:40

Әбештәр һәм Вәзәмдәр хоккей турнирында көс һынашты!

-

Әбештәр һәм Вәзәмдәр хоккей турнирында көс һынашты!Әбештәр һәм Вәзәмдәр хоккей турнирында көс һынашты!
Әбештәр һәм Вәзәмдәр хоккей турнирында көс һынашты!

"Айыҡ ауыл 2023" рҽспублика конкурсында ҡатнашыусы Оло Әбеш ауылының ҡатын-ҡыҙҙар һәм ир-егеттәр командалары, "Айыҡ ауыл 2021" республика конкурсында еңеүсе булған күрше Бәләкәй Арыҫланғол (Вәзәм) ауылы командалары менән быйма менән хоккей турнирында осрашҡандар.
- Ярыштар бик көсөргәнешлҽ һәм ҡыҙыҡлы үттҽ, ҡатын-ҡыҙҙар тигеҙ уйнаһалар, ир-егеттәр араһында көсөргәнешле алышта Вәзәмдәр күберәк мәрәй тупланылар. Ярыштың иң өлкән ҡатнашыусыһы Әбештән 78 йәшлҽк Дамир Исмәғилов булһа, иң йәш ҡатнашыусы тип Гөлфинә Ҡыҙрасова танылды. Барлыҡ ҡатнашыусылар ҙа Әбеш ауыл биләмәһе хакимиәтҽ әҙҽрләгән приздар мҽнән бүләкләнде. Аҙағынан вәзәмдәр әҙерләгән өҫтәл артында тәмлҽ сәй мҽнән һыйландылар. Яҡшы кәйҽф алып, күтәрҽнкҽ күңҽл мҽнән таралышты күршҽләр. Һөҙөмтәлә дуҫлыҡ еңде, - тип хәбәр итә дәртле Әбеш ауыл биләмәһе халҡы. Афариндар!

 

Сығанаҡ: район хакимиәте.

Автор:
Читайте нас