Яңылыҡтар
28 Ғинуар 2024, 06:52

Башҡорт батыры бер юлы бер нисә дошман дронын юҡ иткән

Видеояҙманы сайтта ҡарағыҙ

видеонан скриншот Башҡорт батыры бер юлы бер нисә дошман дронын юҡ иткәнвидеонан скриншот Башҡорт батыры бер юлы бер нисә дошман дронын юҡ иткән
Башҡорт батыры бер юлы бер нисә дошман дронын юҡ иткәнФото:видеонан скриншот

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы «Бабай» позывнойлы хәрби бер нисә FPV-дронын юҡ итә һәм уларҙың береһенән ялтанып иҫән ҡала. Батыр яугир менән видеояҙма социаль селтәрҙәрҙә һәм бер нисә телеграм-каналда таратыла. Башҡортостан юлдаш телевидениеһы журналисы Ильяс Батыргәрәев хәбәр итеүенсә, яугирҙың исеме Данис, ул сығышы менән Силәбе өлкәһенең Ҡомкүл ауылынан.

«Бабай» хәрби заданиеларҙың береһендә иптәштәре менән ВСУ позицияларына сыҡҡанда дошмандың бер нисә осоусы дронын күрә. Яугир пилотһыҙ аппараттарҙың уны күреп ҡалыуын аңлай, әммә яугирҙың артабанғы ғәмәлдәре һоҡланыу уята. «Бабай» дрондарҙы үҙенә ылыҡтыра һәм уларҙы автоматтан атып бәреп төшөрә.

«Дрондарҙы позицияға килгәнсе үк ишеттем. Тимәк, рус иптәштәре һуғышырға килгәнен аңлайҙар. Улар (дрондар) ишетелә, әлбиттә. Өсәүһен автоматтан атып төшөрҙөм. Осраҡлы рәүештә атманым, уларҙы «сәп»кә алдым, — тип һөйләй «Бабай» РИА Новости агентлығына.

Видео:телеграм-канал «Операция Z: Военкоры Русской Весны» 

Яугир әйтеүенсә, ул дүртенсе дронға ла эләгә, шулай ҙа осоу аппараты «Бабай»ҙы эҙәрлекләүен дауам итә.

«Ул ҡолай һәм  эргәмдә шартлай», — тип аңлата яугир.

СВО зонаһында яугирҙарҙы өйрәтеүсе «Ураган» позывнойлы хәрби хеҙмәткәр, «Бабай» хәүефле хәлдә юғалып ҡалмай һәм үлемдән ҡотола, тип билдәләй.

"«Бабай» үҙендә көс таба, ялтанып, дронды ялған хәрәкәткә этәрә һәм унан ҡотола. Беҙҙә күп кенә яугирҙар шарттарҙа ориентирлана белә, әммә «Бабай» өс квадрокоптерҙы юҡ итеүе менән үҙенсәлекле", — ти «Ураган».

«Ураган» билдәләүенсә, «Бабай»  артта торған командирға теймәһен өсөн дрондың иғтибарын йәлеп итә.

«Бабай»ҙың батырлығы һәм ҡаһарманлығы рәссамдарҙы һоҡландыра. Уның батырлығы мотивтары буйынса һүрәттәр барлыҡҡа килә, улар үҙендә бер нисә телеграм-канал урынлаштыра. 

видеонан скриншот Башҡорт батыры бер юлы бер нисә дошман дронын юҡ иткән
Башҡорт батыры бер юлы бер нисә дошман дронын юҡ иткән
Башҡорт батыры бер юлы бер нисә дошман дронын юҡ иткәнФото:видеонан скриншот
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас