Яңылыҡтар
25 Ғинуар 2024, 09:38

"ТИҘ ҠАМЫР"

.

"ТИҘ ҠАМЫР""ТИҘ ҠАМЫР"
"ТИҘ ҠАМЫР"

Дуҫтар! Һеҙгә "телеңде йоторлоҡ" тәмле, пицца бешерергә лә, пирогтарға ла 👍"бына" тигән ҡамыр рецебы тәҡдим итәбеҙ.👇👇

📌 Икенсе көндө лә йомшаҡ тора. Бер-ике бешергәс, бүтән төрлө ҡамыр ҡуйырға теләгегеҙ ҙә булмаҫ.

1 стакан ҡайнар һыуға 1 стакан һалҡын һөт, 0,5 стакан үҫемлек майы, 1 бал ҡашығы тоҙ, 1 аш ҡашығы шәкәр ҡомо һәм 1 пакет (11 грамлы) сүпрә һалып, яҡшылап болғатаһың. Шунан һуң 5 стакан он һалып баҫаһың, тик 5 нсе стаканды һалып уҡ бөтөрмәйсә, иң элек ҡамырҙың тығыҙлығын ҡарарға кәрәк (артыҡ ҡаты ла, йомшаҡ та булмаһын). Шунан һуң тишек булмаған целлофан пакетҡа тултырып, пакеттың осонан ғына һауа кермәҫлек итеп бәйләйһең дә һыуытҡыстың өҫкө кәштәһенә ҡуяһың. Сүпрәһе яҡшы булғанда 40 минутта ҡабарып сыға. Бик йоҡа итеп йәйелә, пицца бешерергә лә, пирогтарға ла 👍

https://vk.com/wall-33711741_56830 төркөмөнән алынды

 

Автор:
Читайте нас