Яңылыҡтар
25 Ғинуар 2024, 16:16

Парапал ярыштары

-

Парапал ярыштарыПарапал ярыштары
Парапал ярыштары

Бөгөн Оло Әбеш ауылының Парапал тауы итәгендә “Парапал ярыштары” үтте. Айыҡ һәм сәләмәт тормош алып барыуҙы пропагандалаған сарала райондан бөтәһе алты команда ҡатнашты. Ойоштороусылар командалар өсөн төрлө ҡыҙыҡлы эстафеталар, бобслей, тачка, пирамида, биатлон әҙерләне. Һуңғы һынауҙа капитандар көс һынашып, улар алдында иң беренсе булып Парапал тауы битенә менеп етеү бурысы йөкмәтелде.

 Асыҡ һауала үткән ярыштарҙа йәштәр кинәнеп ҡатнашты. Әбеш, Аҡъяр ауылынан килгән командаларға иҫтәлекле бүләктәр һәм маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылһа, Федоровка ауыл советы – 3сө, Вәзәмдәр – 2-се, Аҡъюл ауыл советы беренсе урынға лайыҡ булдылар . Дәрт, сәм һәм дуҫлыҡ байрамына әүерелде бөгөнгө осрашыу.

Автор: Илнара Аптикова

Автор:Ильнара Аптикова
Читайте нас