Башҡортостанда фажиғә теркәлгән: дүрт бала әсәйһеҙ ҡалған. Уны ире үлтергәнсе туҡмаған...
"Башинформ" хәбәр итеүенсә, фажиғә былтыр сентябрҙә булған. Ғәйепләнеүсе, ҡатынын ҡыҙғанып, уның элекке никахтарын иҫенә төшөрә һәм бәхәс ҡуптара, һуңынан ныҡ туҡмай. Туҡмалыуҙар ҡорһаҡтың йәрәхәтләнеүенә сәбәпсе була. Күп балалы әсәй икенсе көндө күп ҡан юғалтыуҙан вафат була. Мәрхүмдең 3 йәштән 15 йәшкә тиклемге дүрт балаһы етем ҡала, уларҙы яҡын туғандары үҙҙәренә ала.
Иргә ҡарата «һаулыҡҡа ауыр зыян килтереү, кеше ғүмере өсөн хәүефле, һаҡһыҙлыҡ арҡаһында кешенең үлеменә килтереү» статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатыла. Судта ғәйепләнеүсе үҙ ғәйебен таный. Суд ҡарарына ярашлы, уны 7 йылға ҡаты режимлы колонияға ебәрәләр.
фото:Башинформ.