Яңылыҡтар
25 Ғинуар 2024, 09:20

Аблаевтар ғаиләһенә–35 йыл

.

Аблаевтар ғаиләһенә–35 йылАблаевтар ғаиләһенә–35 йыл
Аблаевтар ғаиләһенә–35 йыл

Тырыш, маҡсатҡа ынтылыусан ғаиләләр аҙ түгел арабыҙҙа: балалар үҫтерәләр, матур донъя көтәләр, хеҙмәттә лә ал бирмәйҙәр. Быҙаулыҡ ауылынан Таһир һәм Светлана Аблаевтар тап шундайҙар рәтендә.

Светлана Аблаева Ырымбур өлкәһендә донъяға килә. Ғаиләһе менән Быҙаулыҡ ауылына ул өсөнсө класта уҡығанда күсеп киләләр. Мәктәпте бөткәс, Сибай педагогия колледжында тәрбиәсе һөнәренә уҡып сығып, ауыл балалар баҡсаһына етәксе булып эшкә ҡайта. Буласаҡ тормош иптәше Таһир менән танышҡас, Хворостянка ауылына килен булып төшә.
–Бәхетле ҡатынмын, бәхетле әсәмен, – тип һүҙ башланы Светлана. Эйе, йорт хужаһы үҙенең икенсе яртыһына ныҡлы терәк, балаларына тормош өлгөһө булғанда, һис шикһеҙ, ҡатын кеше үҙен бәхетле тоялыр. Ә Аблаевтарҙың тормоштарының етеш булыуы, эштәренең уң барыуы ир менән ҡатындың берҙәй егәрле, эшһөйәр булыуы һөҙөмтәһелер.
Таһир Сәмиғулла улы алты балалы ғаиләлә кинйә булып донъяға килә. Һамар мәктәбен тамамлағас, совхозда эш башлай. Әрменән йөрөп ҡайтҡас та тыуған совхозында төрлө вазифала эш башҡара. 2009 йылдан алып бөгөнгәсә “Башҡорт баҡыры” йәмғиәтендә шахтер булып уңышлы эшләй. 1991 йылда йәш пар Быҙаулыҡҡа күсеп килеп, йорт һалып сығалар. Ғаиләне йәмләп, ике ул, ике ҡыҙ донъяға килә.
Өс юғары белемгә эйә булған өлкән улдары Рушат Мәскәүҙә Рәсәй Федерацияһының Федераль именлек хеҙмәтендә эшләй. Ҡыҙҙары Юлиә Сибай сауҙа-иҡтисади колледжында, артабан Мәскәүҙә Тимирязев исемендәге Рәсәй дәүләт аграр университетында уҡып, бөгөнгө көндә ғаиләһе менән Мәскәү ҡалаһында йәшәй, банкта уңышлы эшләй. Ҡыҙҙары Ләйсән Мәскәү авиация институтын тамамлап, магистратура бөтөп, әле фән хеҙмәткәре. Кесе улдары Ринат Мәскәүҙә юридик белем алып, магистратурала уҡый, параллель рәүештә суд приставы булып эшләй.
Аблаевтар ваҡытында шәхси эшҡыуарлыҡ асып, сауҙа йүнәлешендә лә, крәҫтиән-фермер хужалығы ойоштороп, малсылыҡ менән дә шөғөлләнәләр. Хәҙер ҙә үҙҙәре эш кешеләре булһа ла, малдан өҙөлмәйҙәр. “Балаларыбыҙҙы сифатлы, экологик таҙа ит, май менән тәьмин итергә тырышабыҙ”,–тиҙәр улар.Йәйгелеккә ҡош-ҡортон да алып үҫтерәләр.
Светлана Мәрүән ҡыҙы мәҙәниәт йортонда 2011 йылдан эшләй.
–Башта бинала бөтә нәмә иҫкергән ине. 2018 йылда тулыһынса капиталь ремонтланып, күп функциялы ауыл клубы итеп үҙгәртелде. Ремонт ваҡытында мәктәп бинаһында ваҡытлыса эшләнек. Хәҙер яҡты, йылы һәм уңайлы бинала төрлө мәҙәни саралар үткәрелә.
Мәҙәниәт усағы ҡарамағында “Ғилмияза” вокал ансамбле бар. Бүтән ауылдарға концерт менән йөрөйбөҙ. Кесаҙна һайын балалар өсөн саралар уҙғарыла. Клуб ҡарамағында Зөбәйҙә Таулыҡаева етәкселегендә “Ағинәйҙәр” клубы әүҙем эшләй. Унда йөрөгән ҡатын-ҡыҙҙар шул хәтлем дәртле, шәп. Әлеге составта Зилара Иҫәнбаева, Сәлхиә Мортаева, Таңһылыу Байғужина, Зөлфирә Сәлимова, Әсмә Байғужина, китапханасы Зөлфиә Ҡояшбаева һәм мин йөрөйөм. Сығыш яһар өсөн, Юлдыбайҙан сәхнә костюмдары тектерҙек. Ә үҙебеҙ түшелдерек, ҡашмау, селтәр һәм башҡа биҙәүестәрҙе яһайбыҙ. Оҫталыҡ дәрестәре үткәреп, ҡорама, балаҫ һуғырға өйрәнәбеҙ. Башҡа район ағинәйҙәре менән белгәндәребеҙҙе уртаҡлашабыҙ,–тине Светлана Мәрүән ҡыҙы.
Аблаевтарҙың яҡты уй-хыялдары, аныҡ маҡсаттары, матур эштәре, гөрләп торған донъялары ауылдарыбыҙ киләсәгенә ышанысты нығытып, күңелде үҫтереп ебәргәндәй булды.

Автор:Гузель Бухарбаева
Читайте нас