Яңылыҡтар
22 Ғинуар 2024, 04:57

Һаулыҡ мөмкинлектәре сикле тип тормайҙар...

Ивановка ауылында тормош ауырлыҡтары алдында баш эймәгән кешеләр йәшәй

Һаулыҡ мөмкинлектәре сикле тип тормайҙар...Һаулыҡ мөмкинлектәре сикле тип тормайҙар...
Һаулыҡ мөмкинлектәре сикле тип тормайҙар...

2024 йыл - Башҡортостан да һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр тураһында хәстәрлек йылы.

Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнһә лә, бындай кешеләрҙең мөмкинлектәре сикһеҙ. Ауылыбыҙҙың алсаҡ йөҙлө,иң оло ағинәйе Таңһылыу Муллағәле ҡыҙы Атанова, оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, ул әле лә теремек, һис кенә лә тик ултырмай, үҙенең тормошто яратыуы, бер ваҡытта ла күңел төшөнкөлөгөнә бирешмәй. Элек һауынсы булып эшләүе һәм ҡул менән һыйыр һауыуына ҡарамаҫтан ҡулдары ла хәрәкәтсән, етеҙ, өйөн дәге барлыҡ эште башкара, бәйләгән ултырғыс япмалары өйөнә йәм өҫтәй.

Урал Ғимаҙи улы Бүләков - ул алтын ҡуллы, уның эштәре тураһында яҙып бөтөрөрлөк түгел. Ауылдаштарына ярҙам ға бер ҙә баш тартмай, һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙа. Төрлө техника кәрәк яраҡтарын төҙәтеп, юнәтеп бирә. Уның өйөндә кескәй генә оҫтаханаһы ла бар.

Земфира Урал ҡыҙы - бәйләм бәйләргә, төрлө аш һыу бешерергә оҫта. Ата-әсәһенә, туғандарына ойоҡ бейәләйҙәр, мамыҡ шәлдәр бәйләп кейҙерә.

Фәрит Фәтих улы-тормош то яратыусы, әсәһенең уң ҡулы, барлыҡ хужалык эштәрен еренә еткереп башҡарыусы егет.Беҙ бер беребеҙ гә ярҙамсыл, мәрхәмәтле, сабырлы булырға тейешбеҙ. Сөнки ошо сифаттар кешене кеше итә, донъя ла изгелек орлоҡтары тарата.

https://vk.com/ivanovkaculturehouse

 

 

Автор:
Читайте нас